Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо айҡанлы музыка һәм фән донъяһында ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән талантлы йәш белгестәрҙең береһе – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты Венер Йылҡыбаев менән яҡындан таныштырып үтергә теләйбеҙ.
Венер Рәжәп улы Ейәнсура районының Сәғит ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылындағы башланғыс, артабан күрше Байыш ауылы мәктәптәрендә белем ала. Ике мәктәптә лә ҡурай түңәрәге эшләй. Кескәй Венер тап шунда шөғөлләнеп, милли музыка ҡоралында уйнау серҙәренә төшөнә.
- Ҡурай моңо яҙылған пластинкаларҙы, кассеталарҙы тыңлап, “Каруанһарай”, “Ант” төркөмдәренең йырҙарынан рухланып үҫтем, - ти ул.
Һөнәр һайлау мәле еткәс, һис икеләнмәйенсә, Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалын һайлай. Бындағы ҡурай бүлеген гел “бишле” билдәләренә тамамлай. Артабан уҡыуын З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетында дауам итә.
Бөгөн Венер Рәжәп улы үҙе белем алған юғары уҡыу йортонда студенттарға һабаҡ бирә. Ул әҙерләп сығарған студенттар араһында бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булып танылған Ринат Рамаҙанов һәм Илнур Хәйруллин, республика конкурстары лауреаттары Земфира Рәшитова, Айҙар Байтимеров, Динар Абдуллин, Вилдан Дәүләтбирҙин, Венер Сәйфетдинов, Морат Джанизаков һәм башҡалар бар.
Венер Йылҡыбаев Башҡортостанда һәм унан ситтә үткән концерттарҙа, сараларҙа йыш ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр Республика көнөндә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһын тынлы оркестр менән берлектә сәнғәт институтының ул етәкләгән ҡурайсылар ансамбле музыкаль яҡтан биҙәне. Венер Рәжәп улы Республика башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсының, Төбәк ҡурайсылар бәйгеһенең баһалама ағзаһы булараҡ әүҙем эшләй. Ҡурайсы төрлө бәйгеләрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Ул – Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсының I премияһы лауреаты, Республика ҡурай байрамында Гран-при эйәһе, Халыҡ-ара “Талант ҡанаттарында” конкурсының I дәрәжә премияһына лайыҡ булыусы, шулай уҡ башҡа бихисап бәйгеләр еңеүсеһе.
Венер Йылҡыбаев “Ҡурайсы альбомы” тип аталған уҡыу-методик хеҙмәт сығарыуға өлгәшкән. Шулай уҡ вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәрҙе ҡурай һәм фортепиано өсөн әҙерләгән. “Традицион музыкаль сәнғәт һәм хәҙерге этапта уның роле”, “Ҡурай өсөн хрестоматия” тигән йыйынтыҡтар ҙа сәнғәт ғилеме өлкәһендә юғары баһаланған.
Бынан тыш, Венер Рәжәп улы төрлө конференцияларҙа сығыштар яһай. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге был сараларҙа ул башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, халҡыбыҙҙың сәнғәте, уның үҫеше менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Ҡурай сәнғәте менән уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген берҙәй тиң алып барған Венер Рәжәп улының ғаиләһе лә бына тигән. Тормош юлдашы Гөлнур Сафуат ҡыҙы – һөнәри буйынса табип-педиатр. Улдары Айбулат менән ҡыҙҙары Яҙгөл Өфө ҡалаһындағы Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем ала.
Былтырғы йылда Йылҡыбаевтар ғаиләһенә йәш уҡытыусыларға һәм фән эшмәкәрҙәренә тәғәйен матди ярҙам – ипотеканың бер өлөшөн ҡаплау өсөн бер тапҡыр бирелгән түләү бүленгән. Шулай уҡ ноябрь айында Венер Рәжәп улы Н. Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә булған.
- Данлыҡлы уҡыу йортоноң профессоры Илсур Айнатуллов ҡулында шөғөлләнеү һөнәри үҫеш йәһәтенән бик күпте бирҙе. Ғөмүмән, беҙгә, йәш белгестәргә, үҫеш өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр, матди йәһәттән ярҙам саралары булдырған республика етәкселегенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Хөкүмәткә, үҙем эшләгән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты етәкселегенә ихлас рәхмәтемде еткергем килә, - тине әңгәмә аҙағында Венер Рәжәп улы.
Ә беҙ уҡытыусы һәм ҡурайсыға артабан да ҙур уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Фото: В. Йылҡыбаевтың шәхси архивынан.