Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Февраль 2023, 13:00

“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ

Был илаһи матурлыҡты кескәйҙәрҙе бар күңеле менән яратҡандар ғына булдыралыр, моғайын...

“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ

Был фотоһүрәттәрҙә ҡарҙан һынландырылған әкиәт геройҙары күҙҙең яуын алырлыҡ. “Асҡарҙың "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы биләмәһендә тәрбиәләнеүселәрҙең, ата-әсәләрҙең тырышлығы менән ҡарҙан бына ниндәй әкиәти һындар барлыҡҡа килгән!” - тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә коллегаларыбыҙ – “Осҡон” гәзите хеҙмәткәрҙәре.

Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылындағы “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы ихатаһындағы был ҡар һындарына ҡарап хатта ололар ҙа бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай була. Ә бәләкәстәр иһә ҡыуанып бөтә алмайҙыр, моғайын. Ошо матурлыҡты барлыҡҡа килтергән оҫта тәрбиәселәргә һәм ата-әсәләргә “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.

Күрәһегеҙме, унда – крокодил Гена, эргәһендә Чебурашка... Тағы ниндәй әкиәт геройҙарын таныйһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар?

Фотолар: “Осҡон” гәзите.

“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
“Ҡайынҡай”ға ҡарап хайран ҡалдыҡ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: