Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Февраль 2023, 09:38

“Башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдыҡ”

С. Күҙбаеваның шәхси архивынан.
Фото:С. Күҙбаеваның шәхси архивынан.

Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаеваны Ырымбур башҡорттары ғына түгел, Башҡортостанда ла яҡшы беләләр: педагогия хеҙмәте ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Үҫеп килгән быуында башҡорт халҡына, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан араһында тығыҙ хеҙмәттәшлекте яйға һалыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған.

Сания Сәйет ҡыҙы Ырымбур өл­кәһе Төйлөгән районының Алла­бирҙе ауылында биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Башҡорттар борон-борондан төйәк иткән, дүрт йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән күркәм ауыл ул. “Минән алдағы бәпестәре вафат булғас, атайым менән әсә­йем бик ҡәҙерләп, бәпләп үҫтерҙе. Белем алыуымды, тормошта аяҡҡа ныҡлы баҫып тороуымды телә­не­ләр. Салауат педагогия училище­һына ла атайым өгөтләп ебәрҙе. Маҡ­сатлылыҡ, ныҡышмаллыҡ – атайымдан. Тырышып, сәмләнеп уҡы­ным һәм һәр саҡ тыуған яғыма әй­ләнеп ҡайтып, яҡташтарыма фай­ҙа килтерәсәкмен тигән уй ме­нән йәшәнем”, – ти Сания Сәйет ҡыҙы.

Һүҙендә торған ул: яҡташтары тынғыһыҙ педагогты сирек быуатҡа яҡын урындағы урта мәктәп етәксе­һе итеп белә. Әле лә сафта: хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң туған мәктә­бендә башҡорт телен һәм әҙә­биә­тен уҡытыуҙы дауам итә (әйт­кәндәй, был төбәктә бөтә кластарҙа ла башҡорт теле уҡытылған бер­ҙән-бер урта мәктәп). Белем биреү­ҙең заманса формаларын, алымдарын индереп, инновациялы тех­нологияларҙы традицион технологиялар менән һөҙөмтәле берләш­терә алған юғары квалификациялы белгес, оҫта етәксе. Шулай ҙа хеҙ­мәтенең рухи әһәмиәте тағы ла мө­һимерәк: күрше төбәктә башҡорт телен уҡытыу, һаҡлау, үҫтереү йә­һә­тенән бихисап ҙур эштәр баш­ҡарған, был йәһәттән һоҡланырлыҡ һөҙөмтәләргә өлгәшкән шәхес ул.

Бер генә һанға күҙ һалайыҡ: 2010 – 2019 йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә башҡорт теле һәм әҙә­биәте буйына төбәк-ара олимпиа­даларҙа уның уҡыусылары 15 тап­ҡыр еңеү яулаған, 18 бала призер исемен алған, араларында Рәсәй Президенты премияһы лауреаты ла бар. С. Күҙбаеваның уҡыусы­ла­ры Башҡортостандағы, Ырымбур ҡалаһындағы юғары уҡыу йорт­та­ры­ның филология факультеттарына, колледждарҙың гуманитар йү­нәлештәренә уңышлы уҡырға инә, күптәре һөнәре буйынса иле­беҙ­ҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә, остазы менән бәйләнешен өҙмәй.

Уҡытыусы белем һәм тәрбиә биреү процесында милли тради­цияларҙың йоғонтоһон ҡулланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә, төбәктә башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға, терге­ҙеүгә күп көс һала. Йыл һайын Сания Сәйет ҡыҙының тырышлығы ме­нән “Мәктәбемдең һандуғасы”, “Балалар һабантуйы” саралары, баш­ҡорт йырҙарын башҡарыу­сылар конкурсы уҙғарыла. Туған моңдарҙы яратмай тороп, телдең бар тәрәнлеген, матурлығын тойоп булмай, ти ул.

Сания Сәйет ҡыҙы төбәк, төбәк-ара ғилми-ғәмәли конферен­цияларҙа әүҙем ҡатнаша, фәнни-педагогик тикшеренеүҙәре, методик эштәре менән әүҙем уртаҡлаша, Башҡортостан матбуғатында ла йыш ҡына сығыш яһай. Ғөмүмән, Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбен Ырымбур өлкәһендә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Бында йыш ҡына район мәктәптәре, Башҡортостандың уҡытыусылары менән берлектә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә, Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы уҡытыусылары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәләр.

Миҫал өсөн, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға ар­налған “Быуаттар аша ла оран ташлай...” ғилми-ғәмәли конфе­рен­цияһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинарҙары, төрлө олимпиадалар – ошондай йылы осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе. Сания Сәйет ҡыҙы йыл һайын уҙғарған “Хәтер дәресе” лә мәктәп коллективының, ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана, сөнки ул Бөйөк Еңеүгә, яуҙа һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә арналған.

Сәниә Күҙбаева – һәләтле педагог ҡына түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә. Уның тырышлығының, ынты­лыштарының төп маҡсаты – Ырымбур өлкәһендә йәшәгән башҡорт­тарҙың тарихын, телен һәм мәҙә­ниә­тен һаҡлау, йәш быуындың күңеленә милли рух орлоҡтары сәсеү. Ул ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы сараларында сығыш яһай, Ырымбур өлкәһенең Гай, Красногвардейский райондарында булып, милләттәштәре менән аралашырға, урындағы педагогия университетында, Башҡорт­ос­тан­дың Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында, Өфө, Мәләүез ҡалаларында үткән, туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған сараларҙа, конферен­цияларҙа ҡатнашырға өлгөрә.

Сания Сәйет ҡыҙы Мәскәүҙә уҙ­ған Бөтә Рәсәй “Рәсәй Федера­ция­һы халыҡтары телдәре – йәмғиәт­тең һәм дәүләттең милли байлығы” съезы, Башҡортостан Республика­һы уҡытыусыларының Х съезы делегаты ла булған.

Тынғыһыҙ булмышлы Сания Күҙ­баеваның фиҙакәр хеҙмәте Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй кимәлендәге маҡтау грамоталары, юғары исемдәр менән билдәләнгән.

– Ауылда I – X кластарҙа башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Әлбиттә, быны тормошҡа ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар булды. Телде уҡытыуҙы бөтөрәйек тә, факультатив рәүешендә ҡалды­райыҡ, тигәс, бөтөн ауыл халҡы кү­тәрелде. Аллаға шөкөр, туған тел­де уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Мәктәбебеҙҙә башҡортса төрлө саралар үткәрелә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ла йыл һайын ҡатнашабыҙ, Туған телдәр көнөн матур итеп үткәрәбеҙ. Күрше көйөргәҙеләргә бик рәхмәт­лебеҙ, улар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Ба­лалар һәр байрамға ауыл мәҙә­ниәт йорто сәхнәһендә концерт ҡуя. Яңы йылды ла башҡорт телен­дә уҙғарабыҙ, – ти күкрәгендә рухлы йөрәк типкән һөнәр оҫтаһы, педагог, әүҙем йәмәғәтсе  Сания Күҙбаева.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: