Илеш районында “Орленок” балалар лагеры йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.
10 февралдә Илеш районының Ашман ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерында булды.
Лагерҙы яңыртыуҙың башланғыс этабын 2021 йылда үткәргәндәр – биналарҙың бер өлөшөн ремонтлағандар һәм матди-техник базаһын нығытҡандар. “Башнефть” компанияһы булышлығында учреждение биләмәһендә 216 урынлыҡ йоҡо корпусы төҙөлгән.
– Яңы бинала йыл әйләнәһенә йәшәргә мөмкин, – тип билдәләне Илеш районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Рамазанов. - Беҙ шулай уҡ йөҙөү бассейнын яңырттыҡ һәм биләмәне төҙөкләндерҙек.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ноябрендә Радий Хәбиров лагерҙа булған саҡта программаны ҡышҡы осорҙа тулыландырыу тураһында уйларға ҡушҡайны.
Лагерҙа төрлө - физкультура-спорт, интеллектуаль, художестволы, музыкаль, хәрби-патриотик йүнәлештәге тематик сменалар ҡаралған. Дәрестәр үткәреү өсөн төбәктең мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары, шулай уҡ “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге уҡытыусылары йәлеп ителде. Уҡыусыларҙы олимпиадаларҙа ҡатнашырға әҙерләйҙәр, инглиз теленә өйрәтәләр.
Лагерь директоры Азамат Минһажев һөйләүенсә, уҙған йәйге миҙгелдә бында 1150 бала, шул иҫәптән Луганск Халыҡ Республикаһынан 300 бала ял иткән. Быйыл Донецк Халыҡ Республикаһы балалары ял итергә киләсәк.
“Балаларғаһәм йәштәргә ял һәм сәләмәтләндереү шарттары булдырыу” федераль проекты сиктәрендә быйыл лагерь биләмәһендә 50-шәр урынлыҡ ике корпус ҡуйыла, ә Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында яңы ашхана төҙөйҙәр һәм уҡыу корпусын реконструкциялайҙар. 2023 йылдың 1 июненән “Орленок” йыл әйләнәһенә эшләй башлай.
Радий Хәбиров Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға 2024 йылда эш башлау өсөн яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөүгә ғариза әҙерләргә ҡушты.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161733.html