Радий Хәбиров Федераль программа буйынса яңыртылған 4-се Үрге Йәркәй мәктәбендә булды.
10 февралдә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Уны мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса яңырттылар. Быйыл мәктәпкә бөтәһе 500-ҙән ашыу бала йөрөй.
Уҡыу йортоноң яңы корпусы 20 йыл элек, 2000 йылда, төҙөлгән. Мәктәп нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” өҫтәмә белем биреү үҙәге, шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет кластары ойошторолдо. Кадеттар хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса белем һәм күнекмәләр, шулай уҡ патриотик тәрбиә ала.
2022 йылда мәктәптә капиталь ремонт үткәрелде, шулай уҡ учреждениеның матди-техник базаһы нығытылды. Был маҡсатҡа 122,7 миллион һум йүнәлтелгән. Радий Хәбиров ремонттың сифатын билдәләне һәм уҡыусыларға уңышлы уҡыуҙарын теләне.
Башҡортостан Башлығы уҡытыу кластарын, ашхананы, тамашалар залын һәм стоматология кабинеты булған медпунктты ҡараны. Уҡытыусылар аралашыу барышында яңыртылғандан һуң мәктәптә эшләүе һәм уҡыуы уңайлы булыуы хаҡында һөйләне. Бында өҫтәмә белем биреүҙең һәм уҡыусыларҙың ижади үҫешенең яңы йүнәлештәре билдәләнә. Мәҫәлән, күптән түгел бында Балалар инициативаһы үҙәге асылды, унда уҡыусылар авиамоделдәр һәм пилотһыҙ авиация менән таныша.
Белем биреү учреждениеһы коллективы республика етәкселегенә төбәк мәктәптәрен капиталь ремонтлау федераль программаһына индереү буйынса уңышлы эш алып барғандары өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин башлап ебәргән капиталь ремонт программаһының урта белем биреү өлкәһендәге иң яҡшы башланғыстарҙың береһе булыуын барыһы ла яҡшы аңлай, – тине республика Башлығы үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә. – Былтыр 63 мәктәпте, быйыл тағы ла 77-һен ремонтланыҡ. Был - беҙҙең мәғариф системаһы өсөн ҙур ярҙам.
Билдәләп үтергә кәрәк, Илеш районында капиталь ремонт федераль программаһы буйынса өс мәктәп яңыртылды. 2023 йылға планда – тағы ла өс уҡыу йорто.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161722.html, vk.com/wall413272232_972973