Өфөлә биш көн дауамында “Башҡортостан Республикаһының йәш тикшеренеүселәре Лингводок платформаһында” грантына ярашлы Лингводок платформаһында эшләргә өйрәнеү буйынса курстар бара. Курстарҙы Рәсәй Фәндәр академияһының Системалы программалау институты ғалимәһе, “Лингводок” лингвистик платформаһы етәксеһе, филология фәндәре докторы Юлия Викторовна Норманская алып бара. Өфөгә ул ярҙамсыһы – филология фәндәре кандидаты Наталья Андреевна Кошелюк менән килде. Курстар Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында ойошторолдо.
Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты Социомәҙәни моделләү үҙәге ғалимдары менән берлектә йәш быуынды фәнгә ылыҡтырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Был йүнәлеш буйынса Башҡортостан Республикаһының Башлығы гранты фондының Грантын алыуға өлгәшкәндәр. Әлеге курстар ҙа ошо йүнәлештәге эштәрҙең бер өлөшө. Был эшмәкәрлекте ғәмәлгә ашырыуҙа Евразия Фәнни белем биреү үҙәге лә ҙур булышлыҡ күрһәтә.
– Был курстарҙа студенттар башҡорт теле диалекттарының фонетик үҙенсәлектәрен анализларға, һөйләштәргә фонетик-этимологик классификация үткәрергә, телгә өйрәтеүсе платформаға материалдар әҙерләргә, ошо өйрәнгән материалдар нигеҙендә фәнни мәҡәләләр яҙырға өйрәнде. Иртәгә үтәсәк конференцияла студенттар курстарҙа өйрәнгән материалдар нигеҙендә яҙылған сығыштарын тәҡдим итәсәк, - тип һөйләне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Рәмилә Ниғәмәтйән ҡыҙы Кәримова.
Платформаның асылы – донъяла булған телдәрҙе, тәү сиратта, Рәсәй халыҡтарының телдәрен теркәү. Проектҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҙур иғтибар бүлә. Рәсәй Фәндәр академияһының Системалы программалау институты менән БР Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлгән.
Яңы йүнәлештәге яуаплы эшкә Өфө университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары һәм студенттары ла ҙур теләк менән ҡушылған.
- Һуңғы осорҙа Рәсәй кимәлендә телде, телмәрҙе һанлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Был – беҙҙең проекттың беренсе йүнәлеше, икенсеһе – йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу. Ошо ике йүнәлеште берләштереп, бөгөн беҙҙә ойошторолған курстарға Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика студенттары йәлеп ителде. Улар биш көн дауамында Мәскәү ғалимдарының лекцияларын тыңлап, алған белемде ғәмәлдә ҡулланып ҡараны. Әле студенттарыбыҙ диалектологик, фольклор экспедициялары ваҡытында тупланған материалдарҙы һанлаштырып, ошо махсус платформаға индереү менән шөғөлләнә. Башҡарған эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе – башҡорт теленең диалекттарының фонетик һәм фонетик-этимологик үҙенсәлектәрен һанлаштырыу һәм уларҙы программала теркәү, - тине факультет деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина.
Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының II курс студенттары Наҙгөл Үҙәнбаева менән Азалия Нарынбаева әлеге курстарҙа ҡатнашыуына, яңы шөғөлгә өйрәнеүенә шат булыуын билдәләне. Наҙгөл – транскрипция, Азалия грамматика, анығыраҡ әйткәндә, килештәрҙе дөрөҫ яҙыу менән шөғөлләнгән.
“Линвгодок” лингвистик платформаһы етәксеһе, филология фәндәре докторы Юлия Норманская әйтеүенсә, был проект ун йылдан ашыу эшләп килә.
- Студенттар ошо биш көн дауамында платформала эшләү буйынса тәүге белемгә эйә булды. Улар бик әүҙем шөғөлләнде. Тиҙлек, материалды үҙләштереү йәһәтенән үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Был йәһәттән ныҡ ҡәнәғәтмен. “Лингводок”тың мөмкинлектәре бик киң, уларҙы биш көн эсендә генә үҙләштереп бөтөү мөмкин түгел. Был эште етәкселәр, остаздар менән артабан да дауам итеү зарур. Шуға күрә киләсәктә лә хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ, тип ышанам. Иң мөһиме: эштең башланғысына нигеҙ һалынды, - тине Юлия Викторовна.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.