Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Февраль 2023, 22:00

Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде

Конкурстар бик көсөргәнешле барҙы. Еңеүселәр кемдәр? 

Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде

Бөгөн Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәри педагогик конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте.

Өфөнөң 58 уҡытыусыһы өсөн Уҡытыусы һәм остаз йылы баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы исеменә көрәштән башланды. Бөгөн уларҙың барыһы ла лайыҡлы наградалар алды.

Быйыл конкурста 18 йәш педагог ҡатнашты. Шуларҙан «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2023» конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильяс Жарҡымбәк уғлы Һағынбәк еңеүсе тип танылды.

Республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте махсус бүләк булдырҙы. Уны совет ағзаһы Ғәлиә Мөхәмәтйәнова Эльвира Мөнир ҡыҙы Әхмәтшинаға (62-се лицей), Идалия Роберт ҡыҙы Вәлиева (48-се башҡорт лицейы) һәм Гөлшат Радик ҡыҙы Вәлиуллинаға (24-се мәктәп) тапшырҙы.

Башҡорт теле уҡытыусылары араһында 114-се белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Айрат ҡыҙы Сирбаева иң яҡшыһы булды. «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында 45-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмиль Ришат улы Сәғитов еңеү яуланы.  

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсында 93-сө физика-математика лицейының немец теле уҡытыусыһы Кнауб Алена Фридриховна лайыҡлы еңеп сыҡты.

Башҡорт теле уҡытыусылары араһында М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицей уҡытыусыһы Альбина Фәрит ҡыҙы Бикташева халыҡ һайланыусыһы тип табылды.

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе тип Фәйзуллин Әғзәм Шакир улы исемендәге 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артем Рауил улы Баянов иғлан ителде.  

Фотолар: ufa-edu.ru

 

 

Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: