Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Февраль 2023, 19:18

Бер йыл эсендә – ҙур еңеүҙәр

“Үҫеш нөктәһе” яңы һулыш бирә.

Төпкөлдәрҙәге белем усаҡтарында ла “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең асылыуы тотош ауыл тормошона яңы һулыш өҫтәгәндәй. Быға Бөрйән районының Исламбай мәктәбендә йәнә бер ҡат инандыҡ.

Билдәле булыуынса, “Хәҙерге заман мәктәбе” проектына ярашлы булдырылған “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәктәре федераль селтәре киң йәйелдерелеп, йәш быуын вәкилдәренә һанлы, тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген асты. Уҡыусылар үҙҙәре теләгән түңәрәктәрҙә заманса ҡорамалдарҙы файҙаланып шөғөлләнә ала.

Бөрйән районы Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ике йыл эшләй. Ундағы робот техникаһы түңәрәгендә малайҙар ҙур теләк менән шөғөлләнә.

– Үҙәк ике йыл эшләһә лә, беҙҙең түңәрәктең ойошторолоуына бер йыл ғына әле, – ти физика, информатика, технология уҡытыусыһы Рамаҙан Ғәлиул­лин. – Ошо ваҡыт эсендә алты ярышта ҡатнашырға өлгөрҙөк: икәүһе – район, дүртәүһе республика кимәлендә. Мәҫәлән, декабрҙә генә Өфө, Бөрө ҡалаларында булып, беренсе, өсөнсө урындарҙы яулап, миҙалдар, грамоталар алып ҡайттыҡ.

Билдәле булыуынса, робот техникаһы буйынса бөрйәндәр үҙҙәрен республикала күптән танытты: Әбделмәмбәт урта мәктәбендә был йәһәттән эш 10 йылдан ашыу алып барыла, уҡыусыларҙың уңышы бихисап. Улар исламбайҙарға төрлө яҡлап булышлыҡ ҡыла. “Әбделмәмбәттәге хеҙмәттәштәребеҙ – ышаныслы терәк-таянысыбыҙ. Уларҙың ярҙамын күп күрҙек. Әле лә кәңәштәрен биреп, яңы еңеүҙәргә дәртләндереп торалар”, – ти Рамаҙан Сабирйән улы.

Уның әйтеүенсә, Исламбай мәктәбе төрлө федераль, республика программаларында даими ҡатнаша. Информатика кабинетындағы 3D-моделләү ҡорамалын, мәҫәлән, “Ауыл мәктәптәрен үҫтереү” программаһына ярашлы алғандар. Уҡыусылар, айырыуса малайҙар был  аппаратта эшләү үҙенсәлектәрен ҡыҙыҡһынып өйрәнә.

“Ағас мәктәбебеҙ иҫкерәк булһа ла, уҡытыуҙа мәғариф тармағының яңы мөмкинлектәрен киң файҙалана алғас, дәртләнеп-сәмләнеп эшләйбеҙ, балалар ҙа алға ынтылып тора”, – ти уҡытыусы.

Ул ошо уҡыу йортонда 25 йылдан ашыу белем бирә. Әйткәндәй, байтаҡ ваҡыт инде дин юлында. “Исламдың уҡытыу һәм тәрбиә эшендә ярҙамы ҙур – сабырлыҡ, башҡалар алдында яуаплылыҡ, бурысыңды лайыҡлы атҡарыу һәм башҡа күркәм сифаттар динебеҙҙең нигеҙен билдәләй. Мин балаларға дәрестәрҙә, бергә юлда булғанда вәғәздәр һөйләйем, бүтән төбәккә ярыштарға барған саҡта уларҙы хәләл ашханаларға ғына индерергә тырышам. Ғөмүмән, технологик яҡтан ҙур үҫеш кисерелгән заман шарттарында юғалып ҡалмайынса, һәр кем тәбиғи асылын һаҡларға ынтылырға тейеш”, – ти педагог.

Робот техникаһы буйынса яңы конкурсҡа әҙерләнгән малайҙар уҡытыусыһының һәр дәресен йотлоғоп тыңлай. Остаз һүҙен тотҡан отолмаҫ, тиҙәр: Исламбайҙың йәш техниктары артабан да еңеүҙәре менән һөйөндөрөүҙән туҡтамаҫ, тип ышанабыҙ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: