Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Февраль 2023, 19:14

Ҡыҫып һөйөп тә, талап итеп тә...

Иҫке Собханғол урта мәктәп-интернаты – район үҫешенең асыҡ сағылышы.

Район үҙәктәрендәге, ҙур ауылдарҙағы мәктәп-интернат­тарҙың төпкөлдә үҫкән йәш быуын өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуға “күпер” кеүек улар. Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәп-интернаты – тап шундай мәғариф учрежде­ниеһы: был яҡтағы ауыл балаларына үҫеш мөмкинлеге биргән белем усағы ошо төбәктәге ҡыҙ һәм малайҙарҙы бергә туплаған, дуҫлаштырған, ҙур ғаилә иткән, күңелдәренә “Беҙ – бөрйәндәр!” тигән рух һалған изге урын да.

 

Йәйәүләп йөрөп һалынған һуҡмаҡ...

 

...Шәмбе көнө район үҙәгенән ауылдарына күмәкләп йәйәү ҡайтҡан балалар йәкшәмбе кире юлға сыҡҡан. Мәктәп-интернатҡа аҙна һайын шулай йөрөп уҡый улар. Ара – 40 саҡ­рым самаһы. Башҡа ауылдарҙан да тиңдәштәре, ошолай тау-урмандар аша йәйәү үтеп, белем үрҙәренә артыла. Үҙҙә­рендә башланғыс кластарҙы тамамлаған бәләкәс балаларҙан алып тиҙҙән мәктәпте тамамлаясаҡ үҫмерҙәргә тиклем һәммәһе бергә ошолай ҙур ғаилә булып оло тормошҡа юл яра.

Ҡышҡы һыуыҡтарҙа шыҡрайып туңып, буран мәлендә көрт ярып, арып-талып барып еткән ауыл балаларын интернатта тәрбиәселәр әсәйҙәрсә хәстәрлек менән ҡаршы ала. Ятаҡ бинаһы шыҡһыҙ, тыштан ел бәреп торһа ла, апай-ағайҙарҙың йөрәк йылыһы бөтә ауырлыҡтарҙы оноттора, киләсәктә барыһы ла яҡшы буласаҡ тигән өмөткә ҡуҙ өҫтәй...

Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәп-интернатында уҙған быуатта уҡыған төпкөл ауылдар балаларының яҙмышы был. Уларҙың яҡты хыялдары тормошҡа ашып, бөгөн туған уҡыу йорттарында ейән-ейән­сәрҙәре ҡалаларҙағы кеүек яҡшы шарттарҙа белем һәм тәрбиә ала. Электән һаҡланған йылылыҡ, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең һәр баланы хәстәрләп, улар өсөн янып-көйөп тороуы, дәртләндереп үҫешкә ынтылдырыуы, күңелдәренә илһөйәрлек, рух һалыуы – оло тарихҡа эйә мәктәп-интернаттың йөҙөн билдәләгән сифаттар.

Бөрйәндәге төп мәғариф учреждениеһы абруйлы, тәжрибәле директорҙары менән дә данлы. Бөгөнгө етәксе лә ошо юлды лайыҡлы дауам итә: Әхәт Әбдрәхимов райондаштары араһында алдынғы ҡарашлы, ифрат уңған, тынғыһыҙ, йүнсел кеше була­раҡ киң билдәле. Ауылдарҙағы күп филиалдарҙы берләштергән ҙур, заманса мәғариф учреждениеһының ысын хужаһы – коллективҡа һәр яҡлап ышаныслы терәк-таяныс.

– Уҡытыу-тәрбиә биреүҙә, билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа проект эштәренә ҙур иғтибар бүленә. Тәүҙә ҡатмарлы кеүек тойолһа ла, был алымды тиҙ үҙләштерҙек – педагогтарға ла, балаларға ла оҡшай, – ти Әхәт Әбдрәхим улы. – Дәрес програм­маһынан тыш, айырым проект менән шөғөлләнгән уҡыусы эҙмә-эҙлекле эш алып барырға, уның барышында хаталарын да төҙәтергә, яуаплылыҡҡа – тимәк, үҙаллы үҫешкә, тормош нигеҙҙәренә өйрәнә.

Балаларға үҙ зауығына ярашлы шөғөл табырға “Үҫеш нөктәһе” ҙур мөмкинлектәр аса. Беҙҙең мәктәп-интернатта ошо үҙәк булдырылғандан алып уҡыусыларҙа белемгә ынтылыштың һиҙелерлек артыуын тойҙоҡ. Күңелең теләгән йүнәлеште өйрәнеү ялҡытмай, айырыуса бының өсөн тейешле шарттар булһа.

Әхәт Әбдрәхимов билдәләүенсә, “Юға­рыға ос!” федераль проектының “Рулгә ултыр” тигән программаһы ла уҡыусылар тарафынан ихлас ҡабул ителгән. Өлкән класс уҡыусыларының әле үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә етди өйрәнеүе үтә мөһим, сөнки аҙаҡ автомәктәптә һәр кемгә айырым иғтибар биреп, ентекле аңлатып ултырмау­ҙары билдәле. Аттестат менән бергә водитель танытмаһы алып сығыу йәш кешегә артабан ваҡытын да, аҡсаһын да экономиялау мөмкинлеген бирә.

– Ғөмүмән, ошо һәм башҡа заманса уҡытыу алымдарының барыһы ла уҡыусыны оло тормошҡа әҙерлекле итеп сығарыуға йүнәлтелгән. Бөгөнгө мәғарифтың маҡсаты нәҡ шул – төрлө йүнәлештәргә ылыҡтырып, йәш быуынға мәктәптә үк башланғыс һөнәри белем биреү. Был алым, һис шикһеҙ, беҙҙең ауыл балалары өсөн айырыуса мөһим. Ошоно аңлап, педагогтар коллективы заманса уҡытыу ысулдарын даими өйрәнә, белемде камиллаштырыу сараларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша – үҙенең дә һөнәри үҫешенә ныҡлы иғтибар бүлә, – ти директор.

 

Ата-әсәнең күңеле тыныс

 

Иҫке Собханғол урта мәктәп-интерна­тының әлеге бинаһы өр-яңы тиергә мөмкин, бер нисә йыл элек кенә сафҡа индерелде. Уҡыу, эшләү өсөн заманса уңайлы шарттар булыуы, һис һүҙһеҙ, сифатҡа туранан-тура йоғонто яһай.

– Иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: яңы бинаға күскәс, уҡыусыларыбыҙҙың һаны күпкә артты. Ата-әсәләр, белем алыу, йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтары булған мәктәп-интернатҡа балаларын ҙур теләк менән алып килә башланы, – ти интернат мөдире Ғәлиә Ҡолдәүләтова. – Юғиһә уға тиклем күптәр районыбыҙға сиктәш урынлашҡан Баймаҡ, Белорет ҡалаларының интернатлы уҡыу йорттарын һайлай ине. Ә хәҙер, ул һәм ҡыҙҙары яҡында булғас, ата-әсәләрҙең үҙҙәренә лә уңайлы, тыныс.

120 кешегә иҫәпләнгән интернатта буш урындар юҡ: райондың 21 ауылынан V – XI класс уҡыусылары йәшәй. Яңы Усман, Байғаҙы, Әтек, Кейекбай, Мәндәғол, Ғәлиәкбәр, Ямаштан балаларҙы аҙна һайын ял көндәрендә автобус менән алып ҡайтыу һәм кире килтереү ойошторолған. Башҡа ауылдарҙан иһә ата-әсәләр ул-ҡыҙҙарын үҙҙәре йөрөтә. Район үҙәгенә яҡын урынлашҡан Тимер, Яңы Собханғол филиалдарынан балаларҙы автобуста көн дә уҡырға алып килеп, аҙаҡ кире илтәләр.

Ғәлиә Хаммат ҡыҙы әйтеүенсә, интернатта һигеҙ тәрбиәсе, уларҙың ярҙамсылары – алтау. Күбеһе – урта йәштәрҙә, уҡыусылар менән эшләү тәжрибәһе булған педагогтар. Төрлө ғаиләлә үҫкән ҡырҡ ата балаһын бер ғаиләләй туплап йәшәтә улар.

– Ауылдарҙан килеп, интернатта тәрбиәләнгән уҡыусыларыбыҙ тәртипле, тырыш, уңған булыуы менән айырылып тора. Эшкә өйрәнеп үҫкәнгәлер, бер минутын да бушҡа үткәрмәй улар, – ти Ғәлиә Хаммат ҡыҙы. – Мәктәптән һуң төрлө түңәрәктәр эше башлана. Беҙҙең балалар бигерәк тә спорт яғынан алдынғы: көрәш, волейбол, футбол, теннис, саңғы, шахмат менән теләп шөғөлләнәләр. Был йәһәттән мәктәптә лә, эргәләге физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылған. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙ районда ғына түгел, республика кимәлендә лә еңеүҙәр яулап тора.

“Үҫеш нөктәһе”ндә 3D-моделләү, робот техникаһы серҙәренә төшөнөү ҙә уҡыусыларыбыҙға бик оҡшай. Шулай уҡ ятаҡтағы компьютер бүлмәһе һәр саҡ уларҙың ҡарамағында – дәрестән һуң теләгән ваҡытта инеп шөғөлләнергә мөмкин. Ижади үҫеш өсөн бейеү, йыр, ҡурай, ҡумыҙ түңәрәктәре эшләй, һәләтле балаларыбыҙ райондағы мәҙәни сараларҙан, концерт-кисәләрҙән бер ҡасан да ситтә ҡалмай.

Ғәлиә Ҡолдәүләтова һүҙҙәренсә, интернатта уҡыусылар үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәнһен өсөн ҡайһы бер бурыстарҙы уларҙың үҙҙәренә ышанып тапшырғандар. Мәҫәлән, иртәнге гимнастиканы сиратлап балалар эшләтә. Шулай уҡ егеттәргә ҡыш ҡар көрәү бурысы йөкмәтелгән. Хеҙмәт тәрбиәһе биреү өсөн ятаҡта иҙән йыуыу буйынса дежурлыҡ ойошторолған. Берәү ҙә “эшләмәйем” тип ҡаршы төшөп, ялҡауланып, башҡаларға һалышып йөрөмәй. Был да – ауылдарыбыҙҙа йәш быуынға күркәм тәрбиә биреүҙәренә дәлил. 

Ә көнкүреш шарттары, ысынлап та, бик уңайлы. Блоктарҙа өсәр бүлмә, уларҙың һәр береһендә – өсәр бала. Эстә иркен, яҡты, йылы, таҙа. Һәр блокта айырым бәҙрәф, душ эшләй. Бынан тыш, һәр ҡатта кейем үтекләү, киптереү бүлмәләре, кәрәк-яраҡты һаҡлау камераһы бар, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес ҡуйылған. Ял итеү, теннис уйнау өсөн дә айырым урындар бүленгән.

– Балаларҙың күңел торошона ҙур иғтибар бүләбеҙ, һәр береһе менән һөйләшеп торорға тырышабыҙ, – ти Ғәлиә Хаммат ҡыҙы. – Кис һайын сәғәт 9-сы яртыла линейкаға теҙелеп, бер нисә минут ниндәйҙер темаға әңгәмәләшеүҙе йола итеп алғанбыҙ. Һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой, тип балаларҙың үҙҙәренән һорап, шул темалар буйынса һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ.

Күптәр дин менән ҡыҙыҡһына. Намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ бар. Урындағы “Әбделмән” мәсетенән килеп уҡыусыларыбыҙға дини һабаҡ биреп торалар. Мөслимә, шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллина ҡыҙҙар менән айырым һөйләшеү үткәрҙе. Ғөмүмән, балаларҙың теләгенә нигеҙләнеп, дини тәрбиә эшен киңәйтергә уйлайбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың күңел торошон хәстәрләү – иң мөһиме. Үҙенә ҡарата иғтибар тойған, борсоған һорауҙарына ваҡытында яуап алып тынысланған бала тәртип боҙоп йөрөмәйәсәк, уҡыуы ла яҡшы буласаҡ.

“Интернатым – пар ҡанатым” тигән билдәле йырҙа әйтелгәнсә, ҡыҫып һөйөп тә, талапсанлыҡ менән белем бирергә лә тырышып, уҡыусыларыбыҙҙан ысын кешеләр тәрбиәләргә ынтылабыҙ.

“Йәш армиясылар” сафына алығыҙ!”

 

Директор Әхәт Әбдрәхимов мәктәптә ил­һө­йәрлек тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүленеүе, был йәһәттән “Йәш армиясылар” ойошма­һының әүҙем эшләүе хаҡында әйтте. “Белем усағының ғорурлығына әйләнде ул”, – тип билдәләне етәксе.

Был эште алып барыу тәжрибәле педагог Айрат Сәлиховҡа ышанып йөкмәтелгән.

– 2016 йылда Рәсәйҙә “Йәш армиясылар” йүнәлеше булдырылғас уҡ беҙҙә ошо йәһәттән ойоштороу эштәре башланды. Шул йылдың сентябрендә 30 баланы “Йәш армиясылар” сафына ҡабул иттек, – ти Айрат Марат улы. – Яҡшы башланғыс район хакимиәте тарафынан да хупланды. Уның ярҙамында балаларға махсус форма, береттар, футболкалар тегелде. Урында үткән күп сараларҙың үҙенсәлекле “биҙәге”нә әйләндек.

“Йәш армиясылар” сафындағылар башланғыс хәрби әҙерлек үтә, көрәш секцияһында, атыу тирында шөғөлләнә, төрлө ярыштарға йөрөй. Мәҫәлән, 2016 йылдан алып Сибай ҡалаһында даими уҙғарылған “Зарница”ла ҡатнашып торалар. 2018 йылда Межгорьела үткәрелгән йәш армиясыларҙың республика слетында көс һынашып, еңеү яулағандар. Һөҙөмтәлә артабан Рәсәй кимәлендәге сараның төбәк-ара этабында ҡатнашып, номинацияларҙа билдәләнгәндәр.

“Йәш армиясылар” сафына ниндәй уҡыусыларҙы алалар? Айрат Марат улы әйтеүенсә, тәү сиратта уҡыу алдынғыларына, спорт яғынан ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә өҫтөнлөк бирелә. “Шул уҡ ваҡытта бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торғандарҙы ла ошо ойошмаға йәлеп итергә тырышабыҙ, – ти Айрат Сәлихов. – Үҙҙәренә ҙур ышаныс белдерелгәнен тойоп, бындай уҡыусылар берләшмә эшенә бар күңеле менән бирелә. Ә илһөйәрлектең көсө шул ҡәҙәр ҙур: элек тәртип боҙоп йөрөгәндәр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, бар яҡлап үҫешә, өлгөлөгә әйләнә. Ошо һәм башҡа өҫтөн­лөктәре арҡаһында беҙҙең ойошма йылдан-йыл ҡеүәтләнә, абруйы арта. Бына әле 8-се класс уҡыусылары: “Ағай, беҙҙе быйыл ҡабул итәһегеҙме?” – тип алдан йүнләп, арттан ҡалмай йөрөй”.

Элек “Йәш армиясылар” ойошмаһы Иҫке Собханғол урта мәктәп-интернатында ғына булһа, хәҙер районда был эш киң йәйелдерелгән: Байназар, Иҫке Монасип, Аҫҡар, Ырғыҙлы, Әбделмәмбәт мәктәптә­рендә лә эш алып барыла. Дөйөм алғанда, алты отряд бар, бөтәһе 204 бала. Бөйөк Еңеүгә арналған барлыҡ сараларҙа, парадта ҡатнашалар, концерттарҙа ла сығыш яһайҙар. Район мәҙәниәт һарайы, китапхана, “Мәсем” клубы, Ветерандар советы менән берлектә башҡарған эштәр йәш быуын өсөн айырыуса әһәмиәтле – быуындар бәйләнеше тағы ла нығына.

*  *  *

Иҫке Собханғол урта мәктәп-интерна­тының заманса бинаһында уҡыусылар яҡшы кабинеттарҙа уҡый, бөтә шарттары булған ятаҡта йәшәй, уңайлы спорт залдарында шөғөлләнә. Шулай уҡ бында яңы талаптарға яуап биргән ашхана эшләй, унда үҙ һөнәренең оҫталары хеҙмәтләндерә. Бинаның ҙур өлөшөн медицина, стоматология кабинеттары биләй. Уларҙа ҡала­ларҙағы кеүек заманса шарттар булды­рылған, төрлө яңы ҡорамалдар ҡуйылған. Шәфҡәт туташы Хәҙисә Әбдрәшитова әйтеүенсә, ошондай уңайлы дауалау урыны булғанлыҡтан, балаларҙың һаулығын бәләкәйҙән етди хәстәрләү мөмкинлеге киң. Ә сәләмәт тәндә – сәләмәт рух.

Барлыҡ райондың йәш быуын вәкилдәрен бергә туплап, уртаҡ маҡсатта тәрбиәләгән абруйлы мәктәп-интернат етәкселегенең, уҡытыусыларының, тәрбиәселәренең иң ҙур теләге шул: ауылдарыбыҙҙа тормош һүнмәһен, тыуым әлегеләй арта барһын, тамырҙар нығынһын, балаларыбыҙҙы үҙ еребеҙҙең илһөйәрҙәре, телһөйәрҙәре итеп үҫтерергә яҙһын, улар белемгә табан юлдан ата-бабалары кеүек ныҡышмалылыҡ менән алға барһын. Ә бөгөнгө мәғариф тармағы, уҡытыу-тәрбиә биреү алымдарын белеп файҙаланғанда, һәр йәһәттән ҙур мөмкинлектәр аса.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас