Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Күгәрсен районының Йомағужа ауылындағы мәктәп хаҡында яҙған. “Республикала мәктәптәрҙе заманлаштырыу буйынса президент программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, капиталь ремонт ҡына атҡармайбыҙ, кәрәкле заманса ҡорамалдар һатып алабыҙ, биләмәне төҙөкләндерәбеҙ.
Былтыр 63 мәктәпте ремонтланыҡ, быйыл тағы 77-не планлаштырабыҙ. Ә барыһы ла был программа буйынса 2026 йылға тиклем Башҡортостанда 365 мәктәпте ипкә килтерәсәкбеҙ”.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Йомағужа ауылының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.
Өс ҡатлы бина 1990 йылдың февралендә асылған. Ә былтыр мәктәптә, “Мәғарифтең мәктәп системаһын модернизациялау” программаһына ярашлы, капиталь ремонт эштәре атҡарылған.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин капиталь ремонт эштәренең 90 миллион һум тәшкил итеүе тураһында һөйләне. Тағы 16 миллион һум - мәктәп биләмәһен һәм спорт майҙансығын төҙөкләндереүгә, ә алты миллион һум уҡыу һәм аш-һыу бүлмәһе кәрәк-яраҡтарын һатып алыуға тотонолған.
Радий Хәбиров башланғыс кластар, химия һәм информатика, спорт һәм актовый залдарҙы ҡараны. Мәктәп директоры Фәнис Исхаҡов бында барыһының да тиерлек яңыртылыуы хаҡында әйтте. Ә кластарҙа республикала етештерелгән эргономик мебелде ҡуйғандар.
- Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин башланғысы менән федераль программа буйынса республикала барлығы 63 мәктәптә ремонт эштәре атҡарҙыҡ. Был үҙ көсөбөҙ менән башҡарылған күләмдән ун тапҡырға күберәк, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Быйыл тағы 77 мәктәпте яңыртабыҙ. Иң мөһиме – хәҙер балаларыбыҙға уңайлы, йылы. Бында – яңы мебель, уҡыу ҡорамалдары – барыһы ла уҡытыуҙың сифатын күтәреү өсөн эшләй.
Сығарылыш кластар уҡыусылары менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе уларҙың уй-ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Балаларҙың барыһы ла тиерлек артабан уҡыу өсөн республика колледждарын һәм вуздарын һайлауы тураһында һөйләне.
Республика Башлығы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа колледждарҙың матди-техник базаһы яңыртылды, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары яңы кимәлгә сыға. Радий Хәбиров ҡыҙ һәм егеттәргә уҡыу йылын уңышлы тамамлауҙарын һәм үҙҙәре һайлаған вуздарға уҡырға инеүҙәрен теләне.
Республика етәксеһе мәктәп ашханаһын ҡараны һәм ашнаҡсылар менән аралашты.
- Ашханала ҡорамалдарҙы яңырттылар, эшләүе лә күңеллерәк. Балаларыбыҙ өсөн тулыһынса урындағы аҙыҡ-түлектән ашарға әҙерләйбеҙ, меню төрлө, уҡыусыларға оҡшай, - тип һөйләне кулинарҙар.
Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуында Башҡортостанда етештерелгән ит, һөт һәм башҡа аҙыҡ-түлектәрҙең мөһимлеген билдәләне.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәптә Йомағужанан – 300, тағы дүрт ауылдан –Үрге Бикҡужа, Түбәнге Бикҡужа, Александровка һәм Семеновск-Петровскиҙан балалар уҡый. Былтыр декабрҙә мәктәп яңы “ГАЗель NEXT” автобусын алды. Радий Хәбиров водителдәрҙең береһе менән һөйләште.
- Рулдә галстук таҡҡан, матур кейенгән белгесте күреүе күңелле. Тап улар балаларҙың кәйефенә ыңғай тәьҫир итә, - тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – мәктәп водителдәре уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирә.
Фотолар, сығанаҡ: https://vk.com/radiyhabirov; https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/162046.htm