Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
15 Февраль 2023, 20:00

Студенттар яңы робот уйлап тапҡан

Ул вирустарҙы, шул иҫәптән грипп штамдарын, бактериялар һәм үңәҙ бәшмәктәрен юҡ итеүгә һәләтле. 

Студенттар яңы робот уйлап тапҡан
Студенттар яңы робот уйлап тапҡан

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

"Донъя кимәлендәге Евразия ғилми белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған Өфө дәүләт нефть техник университетынан студенттар стартапы үҙенсәлекле юғары хәрәкәтсәнлеккә эйә робот-дезинфектор эшләгән.

Өфө дәүләт нефть техник университетынан хәбәр итеүҙәренсә, эштең нигеҙендә – озон генераторы. Робот озонды мөйөш яһап өҫкә һиптерә, был ҡатмарлы урындарҙы дезинфекцияларға мөмкинлек бирә. Озон патогендарҙың 100% тиклемен юҡ итә: улар – вирустар, шул иҫәптән грипп штамдары, шулай уҡ бактериялар һәм үңәҙ бәшмәктәре.

Робот - дезинфектор камера, элемтә сараһы, датчиктар, контактһыҙ зарядка менән йыһазландырылған һәм 5 сантиметрға тиклем бейеклектәге ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыға һәм бер сәғәт дауамында эшләй ала.

Проекттың лидеры, Һанлы технологиялар һәм робот техникаһы үҙәге директоры, Өфө дәүләт нефть техник университеты предприятиеларының электр техникаһы һәм электр ҡорамалдары кафедраһы доценты Павел Хлюпин һөйләүенсә, робот эшләү идеяһы коронавирус пандемияһы осоронда уҡ барлыҡҡа килгән. Мобиль һәм үҙаллы озонатор биналарҙы яҡшыраҡ дезинфекциялай аласаҡ.

Эшкәртеү биләмәһенә кеше килеп инһә, робот эшен туҡтата һәм хәүеф тураһында сигнал бирә башлай. Йәшәү урынын эшкәрткәндән һуң ҡалған концентрацияны баһалау өсөн, ҡоролмала озон концентрацияһын үлсәү датчигы бар.

Әлегә минималь габариттарҙа дезинфекторҙың хаҡы 150 мең һумдан артмай, тип аңлата уйлап табыусы авторҙар. Проектлаусылар иҫәпләүенсә, роботҡа төрлө өлкәләрҙә ҡулланыу табырға мөмкин: ул мәктәп кластарын дезинфекциялауҙан алып дөйөм туҡланыу нөктәләрен эшкәртеүгә тиклем башҡара ала.

Һынау үткәндән һуң ҙур биналарҙы эшкәртеү өсөн робот-дезинфекторҙы икенсе үлсәмдәрҙә лә эшләй аласаҡтар. Ҡорамалдарҙың тәүге партияһы быйылғы йыл аҙағына сығарыласаҡ, тип күҙаллана", - тип яҙҙы Максим Забелин.    

Фото: multi-admin.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: