

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республиканың Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Өфөлә Евразия донъя кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса кәңәшмә үтте.
Министрҙар кабинеты етәксеһе әйтеүенсә, проекттың беренсе сираты (“IQ парк”) – 2023 йылдың декабрендә, икенсеһе 2025 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
- Сроктар үҙгәрешһеҙ ҡала. Эштәрҙе графикка ярашлы тамамлау өсөн барыһын да эшләү беҙҙең уртаҡ бурыс булып тора. Шуға күрә яуаплы кешеләр ҡушылған бурыстарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк үтәргә һәм аҙна һайын отчет бирергә тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Премьер-министр ер-милек мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү һәм проект документацияһына төҙәтмәләр индереү менән бәйле ағымдағы бөтә мәсьәләләрҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау бурысын ҡуйҙы.
- Шулай уҡ киләһе аҙнала ремонт эштәрен дауам итеү өсөн IQ-парктың һуңғы концепцияһын раҫларға кәрәк. Биналарҙың ҡайҙа урынлашыуын ғына түгел, уларҙа ҡорамалдарҙың нисек урынлашыуын да билдәләргә кәрәк, - тине Андрей Назаров.
Кәңәшмә алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе Өфө үҙәгендәге IQ-паркты реконструкциялау буйынса эш барышын тикшерҙе.
Ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән бергә Андрей Назаров бинаның бөтә ҡаттарын ҡарап сыҡты, тәҡдим ителгән проект ҡарарҙары менән танышты. Яңы концепцияға ярашлы һәм бинаның функциональ эстәлегенә ярашлы, проектты ҡулайлаштырыу варианттары ҡаралды.
Артабан Андрей Назаров, төҙөлөш эштәрен оҙаҡҡа һуҙмаҫ өсөн, архитектура-дизайнерлыҡ проектын эшләп бөтөрөргә, шулай уҡ сәнәғәт-индустриаль партнерҙар исемлеген һәм подрядсылар менән эшләү системаһын билдәләргә ҡушты.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан