Бөрө районында һәм ҡалаһында күп милләтле халыҡ берҙәм, татыу йәшәй. Ҡатнаш ғаиләләр ҙә байтаҡ. Улар бер-береһенең милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын хөрмәт итеп, киләсәк быуын хаҡына һаҡлап йәшәргә тырыша.
Шундай ғаиләләрҙең береһе – Алена менән Илфат Ғәниевтәр. Улар БДУ-ның Бөрө филиалында уҡығанда танышҡан. Алена — биология һәм химия, Илфат физкультура факультетында белем алған. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Алена Ипулаева менән Илфат Ғәниев сәстәрен сәскә бәйләгән. Бына 12 йыл инде улар Бөрө ҡалаһында татыу ғүмер итә.
Алена – Ҡариҙел районының Уразай ауылы ҡыҙы. Рая менән Игорь Ипулаевтарҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ тәрбиәләнгән. Ипулаевтар республикала уҡытыусылар династияһы булараҡ танылған. Уларҙың мәктәптәге дөйөм хеҙмәт стажы 700 йылдан ашып китә.
Олатайҙары Николай Иванович – ғүмер буйы мәктәптә директор вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән биология һәм химия, ә өләсәйҙәре Светлана Яковлевна 40 йылдан ашыу немец теленән уҡытҡан. Улдары Игорь Николаевич та Уразай урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән, биология, химия, мари теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған. Ә башҡорт кейәүе һәм уның туғандары ҡунаҡҡа килгәндә бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ улар аңлаған телдә һөйләшә.
Бөгөн иһә Игорь Николаевич Подлубов ауыл биләмәһе башлығы йөгөн тарта. Ә ҡатыны Рая Михайловна мәктәпкә етәкселек итә, уҡыу йортоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларын хәл итеүҙән тыш, балаларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен төшөндөрә.
Ғөмүмән, Ипулаевтарҙың эшһөйәр ғаиләһендә һәр баланың уңышына ҡыуанып йәшәйҙәр. Лариса Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт социаль университетында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе буйынса юғары белем алып, үҙаллы ғаилә ҡорған. Мари Иле Республикаһында йәшәй, ойошма етәксеһе булып эшләй. Бәләкәстәре Амалия Санкт-Петербург ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эш башлаған.
Ә Аленаның тәғәйенләнеше башҡа. Элек-электән, иң олоһо булғас, ата-әсәгә ярҙам итеү, өйҙәге барлыҡ эште еренә еткереп үтәү башлыса Алена иңендә булған. Ғаиләлә алған тәрбиә, эшкә бөтмөрлөк үҙаллы тормош ҡорғанда ла айырыуса һиҙелә бит ул: көн һайын эшкә барыу, ҙур ике ҡатлы йорттоң эсен бөхтә тотоу, баҡсаны тәрбиәләү башлыса Алена ҡулында, сөнки ғаилә башлығы Илфат Рифат улы Дүртөйлөгә йөрөп эшләй.
Бәләкәйҙән эшкә тилбер, уйлап эш итеүсән егет, уҡыуҙы тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтыу менән донъяһын бөтәйтергә тотонған. Армияла саҡта уҡ ай һайын түләнгән әҙме-күпме аҡсаһын йыйып, кәләше менән ҡыҙына ебәрергә тырышҡан.
Илфаттың әсәһе Зилә Кәрәмәт ҡыҙы Ҡыйғы районы мәктәптәренең береһендә биология һәм химия фәндәрен уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бик моңло итеп йырлай ҙа ул: ауылдағы саралар, концерттар уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Тыуған яҡҡа ҡайтыу оло ҡыуаныс, илһам өҫтәй Илфатҡа. Әсәй йортонда бергәләп йыйылыу, бер туған ағаһы Айнурҙың һәм һеңлеһе Гөлназдың ғаиләләре менән аралашыу, әңгәмәләшеп ултырыу күңелен күтәрә, кәйеф өҫтәй.
Ғәниевтәр ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә. Азалия ҡаланың 1-се урта мәктәбенең 5-се класында уҡый. Дәрестән ҡалған ваҡытын да бушҡа үткәрмәй: баскетбол түңәрәгендә шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша, каратэ серҙәрен төшөнә. Ҡаланың бейеү ансамбле менән Мәскәүҙә сығыш яһап ҡайтырға ла өлгөргән. Тиктормаҫ Йәсминә лә апай иғтибарын талап итеп кенә тора.
Ҡатнаш милләттән булған ғаиләлә ике яҡтың да ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары ихлас үтәлә. Туй ҙа мосолманса никах уҡыуҙан башланған. Ҡыҙ яғында мари, егет яғында башҡорт туй йолалары үтәлгән. Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре кеүек байрамдар ҡоймаҡ ҡойоп, май еҫе сығарыуҙан башлана. Яңы йыл алдынан шыршы биҙәү, бергә аш-һыу әҙерләү ҙә ғаилә традицияһына әйләнгән.
Бына шундай күркәм ғаиләләр биҙәй йәшәйешебеҙҙе.
- Ғәлиә ҒӘНИЕВА
Бөрө районы