Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2023, 08:59

“Милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә”

геройҙың шәхси архивынан.
Фото:геройҙың шәхси архивынан.

Туған тел һәр кем өсөн мөһим, ул – рухи нигеҙ һәм таяныс. Күп ғалимдар һәм мәғрифәтселәр раҫлауынса, баланың аҡыл көсө, фекерләү һәләте туған телендә генә уяна һәм үҫешә. Ошо шарттарҙа Яңы Бәрҙәш мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Диләрә Суфиярованы ла тел һағында торған һөнәр эйәһе, хөрмәтле остаз тип атарға мөмкин.

Диләрә Суфиярова йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан Яңы Бәрҙәш ауылында тыуып үҫкән. Ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, тәүҙә Мәсәғүт педагогия училищеһында, артабан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы филология факультетында белем алған.

Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы 2007 йылдан алып туған мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Коллективта әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып тора. Туған тел уҡытыусыһы һәр саҡ ижади эҙләнеүҙәр юлында, башҡорт телен уҡытыуҙың һөҙөмтәле алымдарын табып, туған телде аҫаба халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән тығыҙ бәйләнештә өйрәтергә тырыша. Уҡыусылар менән берлектә төрлө эҙләнеү эштәре лә алып бара, уларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә күп көс һала.

Тырыш педагогтың хеҙмәте һөҙөмтәле, уҡыусылары район, республика сараларында призлы урындар яулай. Тәжрибәле уҡытыусы, 2018 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеү яулаған.

Диләрә Әхмәтхан ҡыҙының тормош девизы – “Һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!”

— Барлыҡ уҡытыусыларҙы  уртаҡ маҡсат – баланы шәхес булараҡ формалаштырыу, мәҙәниәтле һәм белемле кеше итеү ниәте берләштерә. Ә тел уҡытыусылары тағы бер мөһим миссияны үтәй – балала милли үҙаң тәрбиәләү. Уҡыусының күңеленә юл табып ҡына туған телгә ҡарата һөйөү уятырға мөмкин, шуға ла йәш быуынды аңларға, нисек бар шулай ҡабул итергә, хаталарына ҡарата түҙемле, үҙемә талапсан булырға тырышам, уларҙы шәхес итеп күреп, үҙ көстәренә ышанырға өйрәтәм, — тип һөнәр нескәлектәрен барлай Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы. — Туған тел, милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә, тамырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора, халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына хөрмәт тойғоһо тыуҙыра, уның аша бүтән халыҡтарҙың телдәренә лә һөйөү тәрбиәләнә. Белем – сифатлы, төплө, ә балалар тәрбиәле, илһөйәр булып үҫһен өсөн ата-әсәнең, мәктәптең һәм бөтөн йәмғиәттең берлектә эшләүе талап ителә. Берҙәм булғанда ғына, аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡорған донъялары нурлы, балҡып тора. Шундай яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ, уға уңыштар теләйбеҙ.

 

- Люция КАРАМОВА

Читайте нас: