Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2023, 20:20

Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ

Шулай уҡ йомғаҡлау турының еңеүселәре юғары уҡыу йорттарының профилле йүнәлештәренә имтиханһыҙ ҡабул ителә. 

Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Федераль олимпиада үтте. Быйыл икенсе тапҡыр үткән ҙур сараны юғары кимәлдә ойоштороуға Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм ошо вуздағы Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ҙур көс һалды.

2022-2023 уҡыу йылында филология (туған тел, туған әҙәбиәт) буйынса мәктәп уҡыусылары өсөн Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығының “2022/23 уҡыу йылында мәктәп уҡыусылары олимпиадалары теҙмәһен һәм уларҙың кимәлдәрен раҫлау тураһында” бойороғона инде.

Федераль исемлеккә ингән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының һайлап алыу туры 2022 йылдың 10 ноябренән 2023 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итте. Һайлап алыу турында барлығы 514 уҡыусы ҡатнашты, 228 уҡыусы йомғаҡлау турына үтте.

Һайлап алыу турын уңышлы үткән уҡыусылар 2023 йылдың 17 февралендә йомғаҡлау турына Өфө университетына саҡырылды.

- Ошондай ҙур сараны ойоштороусы булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Шулай итеп, башҡорт теленең абруйын күтәреүгә һәм нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тип иҫәпләйем. Бындай олимпиадалар ярҙамында уҡыусылар ныҡышмалы хеҙмәттең ниндәй һөҙөмтә бирә алыуын беләсәк. Бәйгеселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы. Был һөҙөмтә нигеҙендә уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең тырыш хеҙмәте ята. Уҡыусыларҙың белемгә ынтылышы һәм энтузиазмы мөһим. Сығарылыш уҡыусылары алдында хәҙер мөһим бурыс – вуз һайлау тора. Уларҙың иң яҡшыларын студенттарыбыҙ сафында күрербеҙ тип ышанабыҙ, - тине Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

Йомғаҡлау турының еңеүселәре иһә юғары уҡыу йорттарының профилле йүнәлештәренә имтиханһыҙ ҡабул ителә (бының өсөн урыҫ теленән БДИ/ЕГЭ һөҙөмтәһе 75 балдан түбән булмауы шарт).

Олимпиада һөҙөмтәләре дүрт йыл ғәмәлдә ҡала: мәҫәлән, 8-се класта призлы урын яулаған уҡыусы, 11-се класты тамамлағас, профилле йүнәлешкә уҡырға инергә уйлаһа, өҫтөнлөклө шарттар һаҡлана.

Тағы ла бер мөһим факт: Өфө университетында Федераль олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар булараҡ ҡабул ителгән абитуриенттарҙың стипендияһы 2023-2024 уҡыу йылында 50 мең тәшкил итәсәк.

Фотолар: Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм “Башинформ” агентлығы.

 

 

Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Олимпиада еңеүселәренең стипендияһы 50 мең һум буласаҡ
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас