Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2023, 22:00

Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныслы стройотряд мажараһы

Бөгөн – Рәсәй студент төҙөлөш отрядтары көнө. Ошо айҡанлы журналист һәм блогер Рәхимә Мусинаның ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныслы стройотряд мажараһы
Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныслы стройотряд мажараһы

17 февраль — Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө. Әле уҡыу йорттарында төҙөлөш отрядтары бармы, юҡмы икән - белмәйем, әммә элек һәр белем усағында улар күп ине. Кемдер төҙөлөштә ярҙам итһә, икенселәре Әстрханға помидор йыйыуҙа ҡатнашты, ә бәғзеләре тимер юл проводниктары буйлап төрлө ҡала һәм илдәр гиҙҙе. Әле һеҙгә Әбйәлил районында йәшәгән журналист һәм блогер Рәхимә Мусинаның ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

“Юҡ-бар яҙып ятырға яратаң, ниңә теге Самара мажараларын бер ҙә яҙмайың ул?” – тип һорайҙар мине студент саҡтан белгән кешеләр. Бесәйгә көлкө, сысҡанға үлем тигәндәй, башҡаларға ҡыҙыҡ булһа ла, үҙем өсөн иларлыҡ ине шул ул хәлдәр. Яҙыу түгел, иҫемә килеп төшһә лә ҡыйын булып китә ине. Һөйләп көлә башлаһалар, хатта ғәрләнеп, үсегеп китә торғайным.

Самара ла түгел, ә Куйбышев тип атала ине ҡала ул заманда. Ҡырҡ йылға яҡын ваҡыт үтте инде. Хәҙер яҙмышҡа үпкәләрем онотолған, үҙем дә көлә-көлә иҫкә төшөрөп алам ул ваҡиғаны. Шуға бөгөн, студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнөндә, һеҙгә лә һөйләйем әле.

Ҡыҫҡаһы, 80-се йылдар урталарында беҙ, БДУ филфагының бер төркөм студенттары, тимер юл проводниктары булып стройотрядҡа киттек. Беҙҙең төркөмдән — мин, Рәйлә Хашимова, Миңзәлә Әминева; командирыбыҙ ҙа беҙҙең егет – Рәмис Дәүләтбаев. Башлыса Өфө – Сибай, Өфө – Күмертау маршруттары буйынса эшләнек, алыҫҡа Новороссийск, Адлер яҡтарына ла барғыланыҡ. Биш көн самаһы поезда һелкенеп, арып, ҡап-ҡара булып янып, бысранып ҡайтып төшә торғайныҡ. Алыҫҡа йөрөгәндә бер вагонда ике кеше сменалап эшләйбеҙ. Новороссийскиға барғанда мин Рәмис менән бер вагонға тура килдем. Төнгә ҡарай юлға сыҡтыҡ, шикелле. Мин поезд ҡуҙғалғас та йоҡларға яттым. Иртәнсәк сменаларҙы алмаштыҡ. Рәмис: “Куйбышевта бер сәғәт торабыҙ, һин төшөп вокзалдан сәйгә выпечкалар ал әле”, - тип усыма төндә сәй һатып эшләгән тинлектәрен ҡойҙо ла йоҡларға ятты.

Расписание буйынса, поезд Куйбышевҡа тиклем Кинель тигән ҡалала ун минут ҡына торорға тейеш ине. Нимә булғандыр, әммә беҙ Кинелдә сәғәттән ашыу торҙоҡ та ҡуйҙыҡ. Күҙ упайып бөттө ул. Беҙҙең вагон тулы ине, шуға Куйбышевта ултырыусы булмағас, мин һуҙылмай ғына вокзалға сығып киттем. Пакеттың яртыһынан итеп чебурек, кекс, ватрушка кеүек нәмәләр һатып алдым да яйлап тороп перронға сыҡһам – поезд ...юҡ! Икенсе юлға күсерҙеләр микән тип аптырап, шунда йөрөгән тимер юлсынан һорашһам: “Новороссийск поезы һуңланы бит, шуға ун минут ҡына торҙо ла китте”, — тине.

Үәт әй, нимә эшләәәәргә? Ергә ятып тәгәрәп илағы килде... Йүгерҙем вокзал начальнигына. Уның нимә әйткәнен иҫләмәйем, шулай ҙа ныҡ йәнем көйөп сыҡҡаным хәтерҙә. Вокзалда аулаҡ мөйөш табып ултырҙым да уйлана башланым. Кире урап килгәндәрен ике-өс көн көтөп йөрөп булмай бит инде. Иң дөрөҫө: Өфөгә кире ҡайтырға! Тик нисек? Аҡсаға ашарға алып ҡуйҙым. Ҡалған тин-һумдарымды һанап алдым да кассаға киттем. "Абдуллино" станцияһына барып төшөргә генә етә. Өфөгә тиклем ары - 250 саҡрым тирәһе.

Ниндәйҙер поезға билет алдым, тик уны байтаҡ көтөргә тура килде. Дөйөм вагонға инеп ултырҙым, унан өҫкө полкаға менеп яттым. Абдуллино Башҡортостанда икәнен белә инем – шуныһы эсте йылыта: тыуған яҡ барыбер. Шулай ҙа төнгә ҡарай унда төшөп ҡалғас, төрлө ҡурҡыныс хәлдәргә тарыясағымды күҙ алдына килтереп әй ҡайғырам. Әллә йоҡламыш булып үтергә лә китергәме тиһәм, ярты сәғәт алдан уҡ проводник: “Абдуллиноға етәбеҙ, төшөргә әҙерләнегеҙ”, – тип төртөп үтеп китте. Хәлемде проводникка һөйләп ҡарарға булдым. Ул: “Мин ҡалдырырға ҡурҡам, бригадирҙан һора, ул рөхсәт итер, моғайын”, — тине. Бригадир, йыуан ғына мәрйә, минең кейемдәге студент-проводник икәнемде күрһәтеп торған билдәләргә күҙ һалды ла: “Ярай, Өфө йыраҡ ара түгел, беҙҙең менән барып төшөп ҡал”, — тине.

Өфөлә төнгө өстәрҙә төшөп ҡалдым. Иң беренсе нимә эшләне тип уйлайһығыҙ? Иң беренсе ҡулымдағы теге пирожкилы-чебуреклы пакетты ҡый һауытына ырғыттым. Һеҙҙең арҡала поездан тороп ҡалдым, хәҙер күргем дә килмәй, бында килеп еткәс инде, астан үлмәм тип уйланым эстән. Ни тиклем асыҡһам да, уларҙы ашай алмаҫымды аңлай инем.

Вокзалда саҡ таң аттырҙым. Алтыла трамвайҙар йөрөй башланы. Беренсе ятаҡты вахтерҙан астырып барып индем. Бүлмәлә Әбйәлилдән Салхия менән Баймаҡтан Зөлхизә исемле ҡыҙҙар йәшәй ине. Мин ҡайтып ингәнгә иҫтәре китеп, күҙҙәрен тырнай-тырнай тороп ултырҙылар. Сәй ҡуйҙым. Эй асыҡҡанмын, ни тиһәң дә, бер тәүлек ашамағаным бит инде, бер пакет тәм-том һөйрәп йөрөп ятһам да... Ҡара икмәк менән шәкәрләп сәй һемерәм, үҙем ҡыҙҙарға хәлдәремде илай-илай һөйләйем. Теге пакетты ҡый һауытына ырғытҡан ергә еткәйнем, былар икеһе лә “аһ” итеп ебәрҙе. Миңә ҡарағанда уларға пирожкилар нығыраҡ жалко ине, шикелле. “Әҙерәк беҙҙе уйлаһаң ни була? Ҡатҡан икмәк кимереп ултырғансы, ошонда хан һарайындағы кеүек һыйланып ултырыр инек”, - тип ғәйепләп маташтылар.

Артабанғы өс-дүрт көндө нисек үткәргәнемде иҫләмәйем. Әммә бригадабыҙ ҡайтыр көндө ҡотом осоп көткәнемде беләм. Улар Өфөгә таң менән килеп төшөп, составты тапшырып, таңғы 8-ҙәргә ҡайтып инергә тейеш ине. Төрлө кисерештәрҙән төнө буйы керпек ҡаҡманым тиерлек. Бына иртәнсәк тегеләрҙең шаулап-гөрләп ятаҡҡа яҡынлашҡандары ишетелде. Өсөнсө ҡатта тәҙрә асыҡ тора бит инде. Бер ваҡыт ҡыҙҙар юрый тауыштарын уҫал итеп үҙгәртеп: “Рәхимә, сәйең ҡайнанымы? Сәй ҙә ҡуймай ҡалай йоҡо һимертеп ята, үәт әй. Һиңә рәхәәәт!” – тип ҡысҡыра, хахылдашып көлә башланылар. “Теге пирожкиларҙы миңә ҡалдырмай ашап бөттө инде ул”, — тип өҫтәне Рәмис. Мин тын алырға ла ҡурҡып ятам...

Ҡыҫҡаһы, отрядтан ҡыуылырмын тигәйнем, бөтә яза — бригадир мәрйәбеҙҙең бер уҫал итеп ҡарауы менән үтеп китте. Рәхмәт Рәмискә, командирҙың дипломатияһы мине ҡотҡарып алып ҡалды.

Шуның менән генә был ваҡиға онотолманы әле. Иң ҡыйыны көҙгөһөн бөтә студенттар ятаҡҡа йыйылып, уҡыуҙар башланғас булды. Минең мажара телдән-телгә күсеп, әкиәттәге кеүек ҡабарып китте. Имеш, мин Куйбышев вокзалында билетҡа аҡса эшләр өсөн пирожкиларымды һатып ултырғанмын, тулмағас, теләнселәп йыйып йөрөгәнмен һәм башҡа фәлән-фәсмәтән... “Шулай булдымы?” — тип бөтәһе лә көлөп һорашалар, үҙемдең ауыҙҙан һөйләткеләре килә. Бына һөйләнем инде... Нисек һеҙгә? Ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы минең стройотряд мажараһы?"- тигән ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: