Белем һәм тәрбиә
18 Февраля 2023, 08:00

Туған тел уҡытыусыларын ҡотлайыҡ!

Халыҡ-ара туған тел көнөнә, шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Минең туған тел уҡытыусым” акцияһына һәр кем ҡушыла ала. 

Туған тел уҡытыусыларын ҡотлайыҡ!Туған тел уҡытыусыларын ҡотлайыҡ!
Туған тел уҡытыусыларын ҡотлайыҡ!

Халыҡ-ара туған тел көнөнә, шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап, Бөтә Рәсәй “Минең туған тел уҡытыусым” акцияһы иғлан ителде. Унда теләге булған һәр кем – уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр ҡатнаша ала.

Сара барышында:

- туған тел уҡытыусыһына шиғри ҡотлау;

- видеояҙма рәүешендә открытка;

- фотоһүрәт менән ҡотлау әҙерләргә мөмкин.

Ҡотлауҙарҙы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙегеҙҙең шәхси сәхифәгеҙҙә, мәктәп, колледж, вуздың төркөмөндә урынлаштырырға мөмкин. Төп талап: #МойУчительРодногоЯзыка2023 хештэгын ҡуйыу.

Акцияға йомғаҡ 21 февралдә – Халыҡ-ара туған тел көнөндә яһала.

Акцияла ҡатнашыусылар ҡотлауҙарын Федераль туған телдәр институтының “Бәйләнештә” төркөмөнә лә ебәрә ала (Федеральный институт родных языков │ ФИРЯ в социальной сети “ВКонтакте”).

Әйҙәгеҙ, әсә теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларығыҙ тураһында матур ҡотлауҙар әҙерләп, Рәсәй күләмендә үткәрелгән акцияға әүҙем ҡушылайыҡ, туған башҡорт телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар тураһында бөтә илгә һөйләйек!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас