Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Февраль 2023, 15:22

“Атайсал” – беҙҙекеләр ул!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших” тип аталған һәм өс өлөштән торған ҙур медиа-проекттың беренсе өлөшөн тамамлауға арналған тантана уҙғарылды.

“Атайсал” – беҙҙекеләр ул!
“Атайсал” – беҙҙекеләр ул!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших” тип аталған һәм өс өлөштән торған ҙур медиа-проекттың беренсе өлөшөн тамамлауға арналған тантана уҙғарылды.

Был проектта ҡатнашҡан кескәйҙәргә төрлө номинацияларҙа бүләктәр тапшырылды. Балаларҙың өлгөрлөгөнә лә, һәләтенә лә иҫ китерлек. “Видеосюжет” номинацияһына, мәҫәлән, бик күп эштәр килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Призлы урындарҙы биләгән сюжеттар шунда уҡ залдағы тамашасыларға күрһәтелә барҙы. Был йүнәлештә Өфөнән Алина Таһирова һәм башҡаларҙың видеофильмдары төрлө жанрҙарға төшөрөлгәйне, улар мәктәп һәм мәҙәни тормоштан көнүҙәк темаларҙы алырға тырышҡан.

Абсолют еңеүсе тип жюри бер тауыштан Учалы ҡалаһынан “Бер туғандар” командаһын – алты балалы Сафиндар ғаиләһен таныған. Улар ғаилә башлығының ошо уҡ райондағы тыуған ауылы Ҡотой тураһында матур фильм төшөргән.   

Башҡа номинациялар буйынса ла ҙур әүҙемлек күрһәтте һәләтле балалар, улар һәр береһе иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

Тантана аҙағында кескәйҙәр был проекттың меценаттары Мәғрүф Ризуанов, Рөстәм Сәхәбетдинов, Ильяс Тайбуғин, Рәжәп Ҡунафин һәм Данис Шәрипов менән матбуғат конференцияһына йыйылды. Йәш медиа оҫталарының һорауҙары бик күп ине, микрофон тотҡан Гөлгөнә Баһауетдиноваға – “Тамыр” телеканалы алып барыусыһына – уулар араһында йүгереп йөрөргә тура килде тигәндәй. Матбуғат конференцияһы аҙағында меценаттар иң ҡыҙыҡлы һорауҙар эйәләренә бүләктәр тапшырҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: