Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Ошо датаға ярашлы Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Унда туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы һәм заманса үҫеше буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡуҙғатылды.
Заманса уҡыу әсбаптары авторҙары яңы пособиелар, уҡыу процесына индерелгән әсбаптар менән таныштырҙы. Презентацияла мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Башҡортостан - минең Ватаным” (Г. Дәүләтҡолова, Л. Хөсәйенова), башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн “Афарин” уҡытыу-методик комплекты (С. Уйылданова, Б. Астанова), дидактик альбом һәм өндөң дөрөҫ әйтелешен булдырыу буйынса эш дәфтәрҙәре (Э. Ҡасимова, Г. Тәҡиева), мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған телгә уҡытыу буйынса мультимедиалы электрон баҫмалар (Башҡортостан Республиканың Мәғарифты үҫтереү институтының ресурс белем биреү үҙәге), “Рус телендә уҡытыу алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн татар теле” (Н. Мөҡимова, И. Насипов) һәм башҡа әсбаптар менән таныштырыу ойошторолдо.
Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тематик күргәҙмә эшләгән ине, унда 1920-1940 йылдарҙа донъя күргән һирәк осрай торған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары һәм әлифбалар тәҡдим ителде.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм Милли китапхана директоры Люция Ильясова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Әлфиә Ғәлиева полилингваль шарттарҙа белем биреү өсөн уҡытыу-методик комплекттар әҙерләүҙең мөһимлеген айырым билдәләне. Люция Ильясова Милли китапхана коллективының Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүен әйтте.
Сараның модераторы булып Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов сығыш яһаны.
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихы бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Марсель Фәрхшатовтың доклады быуаттар сигендә төрки-мосолман халыҡтарының беренсе әлифбаларына арналды.
Филология фәндәре кандидаты, доцент, БР Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһында туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихына ҡағылды.
Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, дәреслектәр авторы Юлай Псәнчин үҙенең сығышында “Башҡорт теле. 9 класс” дәреслегенә үҙгәрештәр индереү зарурлығын күтәрҙе.
Фотолар һәм сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.