Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һуңғы арала республикала колледждарға инеү өсөн конкурс үҫә башлауы тураһында хәбәр итте.
Радий Фәрит улы һүҙҙәренсә, бында урта профессиональ белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса республикала ҡабул ителгән программа ҙур роль уйнаған.
– Уҙған аҙнала яңыртылған Өфө машиналар эшләү колледжының нисек эшләүен ҡараныҡ. Хәҙер балалар бик шәп шарттарҙа белем ала. Колледждарҙың матди базаһын: уҡыу корпустарын, дөйөм ятаҡтарҙы, оҫтаханаларҙы тәртипкә килтерә башланыҡ. Шунан һуң колледждарға конкурс күтәрелде. Быларҙың барыһы ла федераль гранттарға конкурстарҙа еңеү өсөн алған аҡсаға һәм төбәк ҡаҙнаһынан финанслауға бәйле, – тине ул.
Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып республиканың 11 колледжында капиталь ремонт үткәрелгән, тип өҫтәне Радий Хәбиров. “Беҙҙә бөтәһе 96 колледж бар. Киләһе йылдарҙа ошо эште дауам итергә һәм колледждарҙың матди базаһын нығытыу өсөн эҙмә-эҙлекле аҡса эҙләргә кәрәк”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: "Башинформ".