Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 1 мартынан 31-енә тиклем Рәсәй Финанс министрлығы, Рәсәй банкы, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған мәғариф башланғысын - 1- 9-сы класс уҡыусылары өсөн финанс белем һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһын ғәмәлгә ашыра.
Олимпиаданың маҡсаты - уҡыусыларҙы финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре менән таныштырыу, эшҡыуарлыҡ темаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
- Реаль тормошҡа яҡын хәлдәр нигеҙендә эшләнгән мәсьәләләрҙе хәл итеү уҡыусыларҙа шәхси финанстар менән идара итеү өлкәһендә компетенциялар булдырыуға булышлыҡ итә, бюджетты планлаштырыу менән таныштыра, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереүҙе дәртләндерә. Эштәрҙе уңышлы үтәү өсөн мәктәп программаһын тәрән белеү талап ителмәй, был бөтә ҡатнашыусыларға ла еңеүгә тигеҙ мөмкинлектәр бирә, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР финанс министры Лира Иғтисамова.
Олимпиада онлайн-форматта үткәрелә, ҡатнашыу өсөн компьютер йәки заманса браузер менән планшет алып барыу һәм «Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәренә сығыу ҙа етә.
Олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусылар дипломдар, грамоталар йәки сертификаттар менән бүләкләнәсәк, уҡытыусыларға һәм белем биреү ойошмаларына рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ. Наградаларҙы ярыш тамамланғандың икенсе көнөнә шәхси кабинеттарҙа алырға мөмкин.
Олимпиадала нисек ҡатнашырға:
1. Әгәр уҡытыусының һәм уның уҡыусыларының «Учи.ру» платформаһына сығыу мөмкинлеге бар икән, Олимпиадала ҡатнашыу өсөн үҙеңдең логин һәм пароль аҫтында Олимпиада сайтына инеп, мәсьәләләрҙе эшләй башларға кәрәк.
2.Әгәр «Учи.ру» платформаһына инеү мөмкинлеге юҡ икән, Олимпиадала ҡатнашыу өсөн беҙҙең сайтта теркәлергә, һуңынан класс һәм уҡыусылар өҫтәргә, һәр балаға «Учи.ру» платформаһына инеү өсөн шәхси логин һәм пароль таратырға кәрәк. Бынан һуң уҡыусылар эштәрҙе башҡара башлай ала.
Белешмә өсөн: Олимпиада 2017 - 2023 йылдарға Рәсәй Федерацияһында финанс белемде арттырыу буйынса стратегияны үтәү сиктәрендә уҙғарыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.