Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2023, 10:25

Лайыҡлы алмаш үҫә

Иңдәренә ҙур бурыстар һалынған.

Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм уның һыбайлыларына  фиҙакәрлек, ватансылыҡ, намыҫлылыҡ, ихласлыҡ, Тыуған илгә һөйөү һәм ат йәнлелек хас булған. Улар ҡылған батырлыҡ мәңгелек: тарих сөңгөлдәрендә юғалып ҡалмай, киләсәк быуындарға тапшырылыр аманат. Әйткәндәй, 2020 йылда, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә халҡыбыҙ ҡаһарманының исемен мәңгеләштереү өсөн уның исемендәге кластар асыла башланы.

Шайморатовсыларҙың иңенә легендар комдивтың рухына лайыҡлы, туған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын илһөйәрҙәре булыу бурысы һалынған. Шайморатовсы формаһын ғорур кейеп йөрөгән уҡыусылар  “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” тигән саҡырыуға һәр саҡ тоғро ҡалырға, быны эштәре менән раҫларға тейеш.

Былтыр Республика көнө алдынан Ғафури районы үҙәге  Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының VI “А” класы уҡыусылары ла шайморатовсылар сафына ҡабул ителде. Ғафури район советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһен уҡыусыларға тапшырҙы. Был көндә улар шайморатовсылар антын бирҙе, “Шайморатов-генерал” йырын башҡарҙы.

– Беҙҙең гимназия-интернатта шайморатовсылар класының булыуы – оло ғорурлыҡ, сөнки ул Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы, генерал-майор исемен йөрөтә, – тип һөйләне беҙгә белем усағы етәксеһе Гөлсөм Монасипова. – Был I кластан уҡ спорт йүнә­лешендәге класс ине, шуға уларҙың артабан шайморатовсылар булып китеүе – ҡыуаныслы хәл. Улар өсөн был – ҙур ғорурлыҡ, директор булараҡ, минең өсөн дә икеләтә ғорурлыҡ. Үҙебеҙ – илһө­йәрлек рухында үҫкән быуын вәкилдә­ребеҙ, хәҙер балаларыбыҙҙың да шулай тәрбиәләнеүе – шатлыҡлы күренеш.

Шайморатовсылар класына математика, рус теле, тарих фәндәренә һә­ләтле, физик яҡтан әҙерлеге яҡшы балалар ҡабул ителә. Уҡытыу процесында физика, математика, тарих,  башҡорт һәм инглиз телдәре тәрән өйрә­не­лә, физик һәм башланғыс хәрби әҙер­леккә, патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Балалар уҡ атыу, һыбай йөрөү, йөҙөү, көрәш менән дә шөғөлләнә.

– Был класта уҡыусылар бик әүҙем, һәр эште башлап йөрөүсе һәм ярҙамсыл. Шуныһы үҙенсәлекле: улар шул тиклем берҙәм, хатта бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ, – тине кластың хәрби кураторы Ришат Ураҙғолов. – Кисә малайҙар район спартакиадаһында футбол буйынса беренсе урынға сыҡты. Ҡыҙҙар ҙа спорт менән дуҫ, район ярыштарында волейбол буйынса алдынғы урындарҙы яулайҙар.

Шайморатовсылар класы етәксеһе Луиза Ишбулдинаның уҡыусыларҙың уҡырға, мәктәп тормошонда, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә тырыш булыуына ҡыуанысы сикһеҙ.

– Гимназияла башҡаларҙан кейем менән генә түгел, яуаплылыҡ, тәртип яғынан да айырылып торалар. Беҙ улар менән махсус хәрби операцияла булғандарға окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, посылкалар әҙерләнек, – тине ул. – Тырышып уҡыйҙар, районда үткәрелгән төрлө мәҙәни, спорт һәм башҡа сараларҙан ситтә ҡалмайҙар, әүҙем ҡатнашалар.

Һәр саҡ алдынғылыҡҡа ынтылған, илһөйәр, телһөйәр булған йәш ватан­даштарыбыҙ киләсәктә илгә ныҡлы терәк-таяныс булыр, тигән ышаныс-өмөт ҙур.


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: