Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2023, 04:00

Мәктәптәрҙә Туған тел көнө үтә

Бөгөн донъяла Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә.

Мәктәптәрҙә Туған тел көнө үтәМәктәптәрҙә Туған тел көнө үтә
Мәктәптәрҙә Туған тел көнө үтә

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында мәктәп линейкалары; тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә туған телдең матурлығы тураһында әңгәмәләр, кластан тыш саралар үткәрелә.

Уҡыусылар иптәштәрен, уҡытыусыларҙы мәктәп ишеге төбөндә туған телдәрҙә сәләмләп ҡаршы ала. Бынан тыш, әсә телдәрендә “Туған тел. Төрлөлөктә – берҙәмлек” кластан тыш дәресе үткәреләсәк.

Башҡа саралар, шул иҫәптән китап акциялары, профиль дәреслектәре менән таныштырыу, “Ағиҙел” төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы уҙғарыла. Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Әҙәбиәттә туған телдең бөйөклөгө” тигән әҙәби осрашыу ойошторола.

Фото: bash.neft-gf.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас