Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2023, 21:50

Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!

“Беҙҙең бурыс – Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар артабан белем алыу өсөн сит төбәктәргә һәм илдәргә китмәҫлек шарттар булдырыу", - тип яҙҙы Максим Забелин. 

Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Беҙҙең бурыс – Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар артабан белем алыу өсөн сит төбәктәргә һәм илдәргә китмәҫлек шарттар булдырыу. Йәштәр өсөн яңы стимулдар булдырырға, юғары уҡыу йорттарын көнәркәшлерәк итергә тырышабыҙ.

Былтыр донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәге базаһында иң яҡшы мәктәп проекттарына финанс йәһәттән ярҙам итеү эшен башланыҡ. Вуздар һәм предприятиелар ҡатнашлығында предуниверсарийҙар булдырыла, улар йәштәргә киләсәккә һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итә. Бында студент элитаһы үҫтерелә.

Бөгөн Белореттағы 17-се гимназияла Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә Фәнни белем биреү үҙәгенең предуниверсарийын – “Инновациялы технологиялар лабораторияһы”н астыҡ.

Предуниверсарий базаһында дүрт биләмәнән торған яңы белем биреү майҙансығы барлыҡҡа килде: робот техникаһы һәм программалау; 3D-баҫыу һәм моделләү; VR-биләмә, интерактив биләмә. Проект уҡыусыларҙа инженер белгеслектәренә ҡыҙыҡһыныу уятыр, яңы асыштарға әйҙәр, тип ышанам.

Бөгөнгө өлкән класс уҡыусыларының белеме һәм энергияһы республикабыҙға ныҡ кәрәк. Бергәләп Башҡортостанды йәшәү һәм уңыш яулау өсөн уңайлы, иң текә проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булған төбәк итәйек”, - тип яҙҙы Максим Забелин.   

Фотолар һәм сығанаҡ: vk.com/zabelinm

Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалһын!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: