Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Февраль 2023, 17:45

Студенттар кампусы төҙөлә

Уның тәүге сираты быйыл эшләнеп бөтәсәк.

Студенттар кампусы төҙөлә
Студенттар кампусы төҙөлә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең буласаҡ студенттар кампусы майҙансығында булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Эталон” төркөмө кампус төҙөү һәм артабан файҙаланыу өсөн концессион килешеү төҙөнө.36 мең квадрат метр майҙанлы IQ-парк та ингән объекттың тәүге сиратын быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Уны ҡарау барышында Башҡортостан Башлығы IQ-парктың проект ҡарарҙары менән танышты.  

Икенсе сираты – кампустың үҙәк өлөшө - 110 мең квадрат метрҙан ашыу  майҙанды биләйәсәк. Уны 2026 йылға тамамлау ниәтләнә. Комплекс составына фәнни–белем биреү үҙәгенең студенттары, уҡытыусылары һәм ҡунаҡтары өсөн 4,4 мең урынға иҫәпләнгән  торлаҡ модулдәре лә инәсәк. Шулай уҡ аудитория-лаборатория блогы, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өсөн биналар, спорт зонаһы һәм мәҙәни саралар өсөн майҙансыҡтар буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә IQ-парктың төҙөлөшөнә ҡағылышлы яҙмаһы менән уртаҡлашты:

"IQ-паркты реконструкциялауҙы беҙгә 10 ай эсендә тамамларға кәрәк – уны 2023 йылдың аҙағына тиклем тапшырырға тейешбеҙ. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусының беренсе сираты был. Проект әҙер, әле экспертиза үтә. Беҙҙең маҡсат - IQ-паркта ижади, креатив, заманса мөхит тыуҙырыу, унда беҙҙең студенттар үҙҙәрен үҫтерә алырға, стартапта ҡатнашырға, киләсәгебеҙҙе үҙгәртерҙәй яңы ҡарарҙар эҙләргә һәм табырға тейеш. Был объект менән бер рәттән кампустың икенсе йәғни төп өлөшөн дә проектлай башлаясаҡбыҙ. Уның өсөн беҙҙең ике йыл ярым ваҡыт бар".

 Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.

Студенттар кампусы төҙөлә
Студенттар кампусы төҙөлә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: