Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай гөрләп эшләгән белем усағы.
Милли мәктәп Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғында рухи мәккә кеүек, сөнки бында яҙыусылар менән осрашыуҙар, төрлө саралар, төбәк-ара ярыштар үтә, милли матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештәр, үҙ-ара хеҙмәттәшлек дауам итә – һәр кемгә лицейҙың ишеге асыҡ, ул барыһын да яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында Әбйәлил районындағы “Березки” ял йортона биш көнлөк путевка уйнатҡайныҡ. Юллама ла тап ошо уҡыу йорто директоры Дилә Фәтҡуллинаға эләкте. Быйыл Рәсәйҙә ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән Уҡытыусы һәм остаз йылы иғлан ителде. Йәш, талапсан етәксенең тырышлығы, алдынғы ҡарашы һөҙөмтәһендә лицейҙа уңышлы эштәр башҡарыла, төрлө йүнәлештә бихисап еңеүҙәр яулана. Ысынлап та, етәксе талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, маҡсатлы икән, белем усағының да эшмәкәрлеге юғары кимәлдә була. Лицей директоры Дилә Урал ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо хаҡта.
– Дилә Урал ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырһағыҙ ине?
– Сығышым менән Хәйбулла районының Подольск ауылынан. Уҡытыусы булыу теләге бала саҡтан көслө ине, мәктәпте тамамлағас та, документтарымды Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына тапшырҙым. Уны 2010 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлымды Сибай ҡалаһындағы гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, вожатый булып башланым, аҙаҡ Сибай педагогия колледжында студенттарға белем бирҙем. 2014–2021 йылдарҙа ҡаланың 1-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булдым. Сибай ҡала хакимиәте грантына үткән “Йәш педагог” конкурсында Гран-при яуланым, 2016 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсында ҡатнаштым һәм “Иң яҡшы белем биреү проекты” номинацияһына лайыҡ булдым.
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры “ҡамытын” 2021 йылдың июнь айынан тартам. Ирем менән ике бала үҫтерәбеҙ, ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙмын, әсәйем дә беҙҙең менән йәшәй.
– Дилә Урал ҡыҙы, һеҙ – хеҙмәт юлығыҙҙы уҡытыусы булып башлап, бөгөн директор вазифаһындағы эшлекле ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең береһе. Был бурыс ауыр түгелме?
– Юҡтыр, күрәһең. Әгәр һин эшеңде яратаһың икән, мәғариф өлкәһендә эшләү тәжрибәң бар, замандан бер аҙым алда бараһың, үҙең дә үҫешкә һәм яңылыҡҡа һәр саҡ ынтылаһың икән, ул саҡта эшләүе ауыр түгел.
– Рәсәйҙә быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылы билдәләнә. Үҙегеҙҙең остаздарығыҙ тип кемдәрҙе билдәләр инегеҙ?
– Уйлап ҡараһаң, улар бик күп. Мәктәп йылдарында минең яратҡан башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары Шәһиҙә Мәмбәтова, Фәрзәнә Мәһәҙиева, студент йылдарымда белем биргән остаздарым – Ғәҙилә һәм Илдус Бүләковтар, Фидәгиә һәм Вәкил Хажиндар, Рида Латипова, Зыя Әбсәләмов, Әмир Ҡотләхмәтов, Рәғиҙә Истәкова, Луиза Сөләймәнова, хеҙмәт юлымды башлағас, Фатима Вәлитова, Земфира Шәрипова һәм Рушан Дияровтарҙы билдәләр инем. Уларҙың һәр береһе миңә һөнәр һайлауҙан алып бөгөнгә тиклемге хеҙмәтемә оло һабаҡ бирҙе, уларҙың кәңәштәрен әле лә файҙаланам һәм эшемдә ҡулланам. Барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм.
– Һеҙ етәкселек иткән лицей ҡалала иң яҡшылар рәтендә. Белем усағы хаҡында ентеклерәк һөйләһәгеҙсе...
– Беҙҙең коллективта бөтәһе 44 педагог эшләй, шуның береһе – педагог-психолог, икәүһе – физик культура инструкторҙары. Биш уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, береһе – “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” һәм өсөһө “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Бөтәһе 28 класта 800-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Исеме есеменә тап килгән белем усағында милләтебеҙҙең киләсәге тәрбиәләнә, тиһәк тә, хата булмаҫ, шуға күрә мәғариф учреждениеһында милли тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Беренсе кластан алып ун беренселәргә тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре уҡытыла, мәктәптән тыш саралар ҙа йыш ҡына башҡорт телендә үтә. Икенсенән, лицейҙың яҙыусы һәм публицист Рамаҙан Өмөтбаевтың исемен йөрөтөүе лә – уҡыусылар өсөн оло мәртәбә.
Йәш өмөтбаевсылар уҡыуҙа ғына түгел, һәр урында алдынғы булырға тейеш – улар ошо девиз нигеҙендә белем ала бында. Ошо уҡыу йылында йәш быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында лицейҙа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шайморатовсылар класы асылды. Легендар комдивтың исемен йөрөткән VII “Б” класы – бөгөн иң яҡшылар иҫәбендә, үҙҙәренең махсус кейемдәре лә бар.
Шулай уҡ беҙҙең белем усағында былтырҙан башлап уҡыу йылы барышында ҡала, зона, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа төрлө эҙләнеү эштәре алып барған иң яҡшы, талантлы, һәләтле уҡыусылар өсөн “Йыл уҡыусыһы” тип аталған мәктәп фестивале үтә. Уҡыусылар төрлө номинацияла билдәләнә, уларға ата-әсәләре, бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырыла. Был да уҡыусылар өсөн ҙур дәртләндереү сараһы булып тора, сөнки һәр уҡыусы йыл аҙағында үҙенең һөҙөмтәһен күрергә ынтыла. Балаларҙың һәләтен бар яҡлап асыу маҡсатында төрлө секциялар, түңәрәктәр эшләй. Спорт, төрлө конкурс, ярыштар, олимпиада, конференциялар – барыһында ла беҙҙең йәш өмөтбаевсылар призлы урындар яулай, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, һәр саҡ еңеүселәр рәтен тулыландыра. Алдынғы белем усағында, сифатлы белем биреүгә ынтылыш менән бер рәттән, балаларҙың сәләмәт тормошона ла ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй.
Беҙҙә шулай уҡ инклюзив белем биреүгә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Ул – физик, социаль, менталь, тел үҙенсәлектәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр балаға белем биреү алымы ул. Бөгөнгө көндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һаны – 24, бер инвалид бала бар.
– Уҡыусыларҙың уңыш-еңеүҙәре нигеҙендә – уҡытыусыларының фиҙакәр хеҙмәте. Улар хаҡында ла телгә алһағыҙ ине.
– Ысынлап та, был йәһәттән беҙҙең уҡыусылар бик бәхетле, тип әйтер инем, сөнки беҙҙә үҙ һөнәрен яратҡан, тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Һәр уҡыусының еңеүе – ул уҡытыусыһының йылдар дауамында тупланған оло хеҙмәте һәм ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһе.
Уҡытыусылар һәр саҡ даими эҙләнеү өҫтөндә, төрлө курстар үтә, бихисап конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсында лауреат, шулай уҡ педагогик эшмәкәрлегендә өлгәшкән уңыштары өсөн 200 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды. Миләүшә Хәмитова беренсе “Брайн-пазлы “Кәрәҫ” педагогик марафонында ҡала командаһында ҡатнашты, “Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонында Миләүшә Ишбулды ҡыҙы менән мин Сибай ҡала командаһы исеменән сығыш яһаныҡ һәм беренсе урынға сыҡтыҡ. “Кәрәҙ” – биш коммуникация-уҡытыу майҙансығы, бында педагогтар үҙ тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтә, яңы мөмкинлектәр аса. Тап ошо юҫыҡта был марафонда ҡатнашыу беҙҙең өсөн бик файҙалы. Иң мөһиме – аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ул.
Шулай уҡ лицей, Президент гранттарына ла лайыҡ булып, төрлө йүнәлештәр буйынса бик күп эш башҡарырға өлгөрҙө.
Һуңғы ваҡытта “СМАРТ” 2-се республика полилингваль гимназияһы менән хеҙмәттәшлек яйға һалынды. Беҙҙең уҡытыусылар, гимназияға барып, асыҡ дәрестәрҙе ҡараны, белем усағында экскурсияла булды, аҙаҡ “түңәрәк өҫтәл”дә хәҙерге заман мәктәбенең проблемалары һәм перспективалары тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашты. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, Өфө ҡунаҡтарын үҙебеҙҙә лә ҡабул иттек. Шулай уҡ беҙҙең лицейға тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Татарстандың Аҡтаныш, Ҡазан ҡала мәктәптәренән уҡытыусылар килде. Киләсәктә бындай тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары дауам итер, тигән ышаныстамын.
Яңыраҡ ҡына Баймаҡ лицей-интернатында Урал аръяғы педагогтары өсөн ойошторолған “Мәғариф – ул беҙ” асыҡ сараһында ҡатнашып, Сибай ҡалаһы командаһы булараҡ, өсөнсө урынды яулап ҡайттыҡ.
– Белеүебеҙсә, һеҙ етәкләгән коллектив ҡала мәктәптәре араһында тәүгеләрҙән булып стилләштерелгән эшлекле кейемгә күсте.
– Эйе, беҙҙең педагогтар коллективының Өфө “Ағиҙел” дәүләт предприятиеһы махсус теккән берҙәм формаһы бар. Был костюмды беҙ мотлаҡ рәүештә дүшәмбе һәм йома көндәрендә кейәбеҙ, сөнки беҙҙең мәктәптә был көндәр берҙәм форма көнө – линейка үткәрелә. Башҡа ваҡытта кейеү мотлаҡ түгел. Уҡытыусы тәүҙә бар яҡлап үҙе өлгө күрһәтергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Беҙ уҡыусыларҙан берҙәм мәктәп формаһы талап итәбеҙ икән, уҡытыусылар ҙа уларға теләктәшлек белдерергә тейеш.
– Эшегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да һеҙгә оло еңеүҙәр, ҙур асыштар теләйбеҙ!
- Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы