Көйөргәҙе районына юлланғанда Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында бишенсе класта белем алыусы шайморатовсылар менән танышыу форсаты тейҙе. Ун бер уҡыусы: алты ҡыҙ һәм биш малай үткән йылдың сентябренән ошондай маҡтаулы һәм яуаплы исемде йөрөтә.
Уларҙың кураторы йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Раил Араптанов әйтеүенсә, был класс башҡаларҙан төрлө яҡлап айырыла:
-Бересенән, улар барыһы ла яҡшы уҡый. Икенсенән, спорт менән шөғөлләнәләр, баскетбол, футбол уйнайҙар, саңғы ярыштарында ҡатнашалар. Тарих менән дә ҡыҙыҡһыналар. 112 -се башҡорт кавалерия дивизияһында ҡатнашыусы яугирҙәр беҙҙең Таймаҫ ауылынан да бар. Уларҙың балалары менән осрашыуҙарға йөрөйҙәр. Музейҙарға ла экскурсия ойошторола. Башланғыс хәрби әҙерлек буйынса ла белемдәрен камиллаштыралар. Автоматты һүтеп-йыйыу кеүек хәрби оҫталыҡҡа өйрәнәләр. Ғөмүмән, үҙҙәрен рухи һәм физик яҡтан нығыталар, - тип һөйләне уҡытыусы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға шәмдәр әҙерләүҙәре менән дә һоҡландырҙы Көйөргәҙе шайморатовсылары. Балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән шәмдәре күптән түгел хәрбиҙәргә оҙатылған.
-Шайморатовсылар класында уҡыуым менән ғорурланам. Яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә тырышам. Көслө булып үҫер өсөн саңғыла йөрөйөм, баскетбол уйнайым, ат ярышында ла ҡатнашҡаным бар. Киләсәккә хыялым ветеринар табип һөнәренә уҡып сығып, ауылыма ҡайтып йәшәү, -тине шайморатовысыларҙың береһе Артур Мәзитов.
Балаларҙың күңеленә тыуған еренә ҡарата һөйөү орлоғо һалыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя ошондай кластар ойоштороу.
Автор фотоһы.