Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Февраль 2023, 17:00

Тағы ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асылыр?

Башҡортостан Башлығы указы буйынса, 2024 йылға тиклем республикала ошондай 12 мәктәп асылырға тейеш

Тағы ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асылыр?
Тағы ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асылыр?

Бөгөн Хөкүәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан өсөн мөһим тема – полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү ҡаралды. Доклад менән республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, быйыл Хәйбулла һәм Учалы райондарында ике яңы полилингваль мәктәп асыласаҡ, капиталь ремонттан һуң Мишкә районында һәм Сибайҙағы мәктәптәр ошо йүнәлештә яңынан профилләшәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда дүрт полилингваль мәктәп эшләй, улар Өфөлә (икәү), Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы указы буйынса, 2024 йылға тиклем республикала ошондай 12 мәктәп асылырға тейеш.

2024 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылының “Көнсығыш-1” биҫтәһендә балалар баҡсаһы менән бергә полилингваль мәктәп-интернат асыу һәм Яңы Тәтешле ауылының урта мәктәбен удмурт телен өйрәткән күп профилле полилингваль мәктәп итеп үҙгәртеү күҙаллана. Бынан тыш, Белорет районы Инйәр ауылының 2-се урта мәктәбенең Усманғәле филиалы нигеҙендә республика полилингваль белем биреү үҙәген асыу планлаштырыла. 2025-2026 йылдарға Асҡын, Баймаҡ, Бишбүләк, Дүртөйлө, Туймазы, Салауат, Ишембай, Иглин райондарында полилингваль мәктәптәр асыу планлаштырылған.

Бынан тыш, республика мәктәптәрендә полилингваль кластар асыла (мәҫәлән, Өфөлә, Межгорьела, Тәтешле районында). 2023-2024 уҡыу йылында Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә беренсе полилингваль класс эшләй башлаясаҡ. Яҡын арала ул сыуаш телен өйрәнеү менән күп профилле полилингваль мәктәпкә үҙгәртеләсәк.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: