Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Февраль 2023, 21:50

Республика Башлығы йәштәр алдына телмәр тотто

Радий Хәбиров төбәк үҫешендәге төп күрһәткестәр менән таныштырҙы.

Республика Башлығы йәштәр алдына телмәр тотто
Республика Башлығы йәштәр алдына телмәр тотто

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенттарына лекция уҡыны. Уның темаһы – Башҡортостан Республикаһы миҫалында Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге компетенциялары.

Сығышында Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендәге төп күрһәткестәр менән таныштырҙы, республикала иҡтисадтың һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. Ул фәнде һәм технологияларҙы үҫтереүҙә Башҡортостандың тотҡан урынын юғары баһаланы. Ғилми-технологик үҫештең милли рейтингында төбәк 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Томск өлкәһенән ҡала дүртенсе урынды яуланы. Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу республикалағы идара итеү командаһы эшенең төп йүнәлештәренең береһен тәшкил итте.

Әйткәндәй, йәштәр алдында сығыш яһауы тураһында республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: