Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Март 2023, 14:30

Төҙөлөш барышын Дмитрий Чернышенко ҡараясаҡ

Андрей Назаров вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. 

Төҙөлөш барышын Дмитрий Чернышенко ҡараясаҡ
Төҙөлөш барышын Дмитрий Чернышенко ҡараясаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса сираттағы кәңәшмә уҙҙы.  

Андрей Назаров әйтеүенсә, үткән аҙнала юғары уҡыу йорттарына технологик ҡорамалдар исемлеген, ҡорамалға контракт һәм уны килтереү ваҡыты буйынса юл карталары проекттарын тәҡдим итергә ҡушылған. Шулай уҡ бүлмәләрҙең, лабораторияларҙың, һатып алынған ҡорамалдарҙың макеттарын әҙерләү һәм урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелгән.

- Һөҙөмтәлә бөгөнгә кампустың беренсе сираты буйынса Баш дәүләт экспертиза тарафынан билдәләнгән иҫкәрмәләрҙең техник өлөш буйынса 75 проценттан ашыуы бөтөрөлдө. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса төҙәтмәләр эксперттар ҡарамағына тәҡдим ителде, шулай уҡ айырым конструктив һәм технологик ҡарарҙар өлөшөндә проект документацияһы ҡайтанан ҡарала, - тине Премьер-министр.

Артабан проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

Юғары уҡыу йорттарының бина, лаборатория, ҡорамалдар макеттарын әҙерләү һәм урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәре тураһында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сығыш яһаны. Һуңынан ошо уҡ тема буйынса Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкилдәренең сығышы тыңланды.

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергәндән һуң, Премьер-министр яҡын арала республикаға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың килергә, шул иҫәптән кампустың беренсе сираты биләмәһен ҡарарға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Был вуз-ара студенттар кампусын төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙан тағы ла нығыраҡ тырышлыҡ талап итә, тип билдәләне Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: