Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Март 2023, 21:30

"Йәштәр бәхетле булһын, азат илдә үҫһен"

Өфө студенты Рәсәй министрына ниндәй һорау биргән? 

"Йәштәр бәхетле булһын, азат илдә үҫһен"
"Йәштәр бәхетле булһын, азат илдә үҫһен"

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Зарина Мирабдуллаева Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуҙа Рәсәйҙең мәғариф министрына һорау бирҙе.

Бөгөн Рәсәй Мәғариф министрлығының  “Машук” белем үҙәгендә Уҡытыусы һәм остаз йылы старт алды. Тәжрибәле уҡытыусыларҙы, буласаҡ педагогтарҙы һәм танылған спикерҙарҙы берләштергән сарала дәүләтебеҙ етәксеһе Владимир Путин да ҡатнашты.

Президент сараға онлайн форматында ҡушылды. “Йылды билдәләүҙең мәғәнәһе шунда – уҡытыусы хеҙмәтенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү”, - тине Владимир Путин. Рәсәй уҡытыусылары Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләй. Ил Президенты уҡытыусыларға һәм остаздарға Рәсәйгә ышаныс һәм һөнәргә тоғоролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Бөтә ил буйынса педагогик юғары уҡыу йорттарының ҡеүәте арттырыласаҡ. Рәсәй – мөмкинлектәр һәм халыҡтың бөтмәҫ ҡеүәте булған ил. Тәрбиә талаптары хәҙер мәктәп уҡыусыларының программаһына индерелгән. “Тормоштоң бөтә өлкәләрендә нимә генә эшләһәк тә, улар ҙур маҡсатҡа йүнәлтелә – балалар һәм йәштәр бәхетле булһын, азат илдә үҫһен", - тине Владимир Путин.

Федераль әһәмиәтле был сарала Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курс студенты, Рәсәй Хөкүмәте стипендиаты, ирекмән Зарина Мирабдуллаева ла ҡатнашты. Буласаҡ педагог ни өсөн ошо уҡыу йортон һайлауы тураһында һөйләне.

“Уҡырға ингәнгә саҡлы мин һәр саҡ балалар менән бейеү буйынса шөғөлләндем, конкурстар ойошторҙом. Ихатаға сыҡһам да мине һәр саҡ балалар уратып ала ине. Шуға күрә педагогик уҡыу йортона инергә ҡарар иттем”, – тине ул.

“Мин мәктәптә лә эшләп йөрөр инем, ләкин студенттар мәктәптә рәсми эшләй алмай. Шул уңайҙан һорау: өлкән һәм сығарылыш курстары студенттарына, уҡыуҙы һәм эште бергә тура килтереп, мәктәпкә рәсми урынлашырға рөхсәт ителерме?” – тине Зарина.

“Һеҙҙең тәҡдимде яҡлайым, өлкән курс студенттары мәктәптә уҡыта алырға тейеш. Был беҙҙең педагогтарға ҙур ярҙам буласаҡ”, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.

Фото: “Башинформ” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: