Быйыл Башҡортостанда химия, тау сәнәғәте һәм машиналар эшләү тармаҡтары буйынса колледждарҙа өс белем биреү-етештереү кластеры ойошторола. Уларҙа белем алыусы студенттар юғары квалификациялы белгес булып, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиеларына эшкә урынлаша аласаҡ.
- “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларында кластерҙар булдырыла. Бының өсөн федераль бюджеттан 300 миллион һум йәлеп иттек. Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика предприятиелары яҡынса шунса сумма бүлә, - тип һөйләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Өфө машиналар эшләү колледжы – кластерҙа ҡатнашыусыларҙың береһе. Ул Башҡортостанда 100 миллион һум күләмендә федераль аҡса алған тәүге колледж булды. Һөҙөмтәлә бында Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге” мәғариф-етештереү кластеры булдырылды, ҡиммәтле юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алынды, уҡыу корпусына һәм ятаҡҡа капиталь ремонт яһалды.
Рәсәйҙә белем биреү кластерҙарын предприятиеларға һәм бизнесҡа маҡсатлы заказ биреү өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында 2022 йылда аса башланылар. Шулай уҡ кластер белем биреү программаларын, уҡыу пландарын актуалләштереүҙе, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе күҙ уңында тота.
Хәҙер киң мәғлүмәт саралары, медицина, мәғариф, креатив индустрия, хеҙмәттәр күрһәтеү, идара итеү һәм туризм өлкәһендә буласаҡ белгестәр әҙерләгән белем биреү кластерҙары ла дәүләт грантына эйә була ала. Бынан алда дәүләт ярҙамы сәнәғәт өлкәһенең белем биреү-етештереү кластерҙарына ғына йүнәлтелгәйне.
Фото: yarreg.ru