Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Март 2023, 15:45

Дмитрий Чернышенко юғары баһа бирҙе

Өфө нефть университетында уҡыу лабораториялары һөҙөмтәле эшләй

Дмитрий Чернышенко юғары баһа бирҙе
Дмитрий Чернышенко юғары баһа бирҙе

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Роснефть” компанияһының Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендәге уҡыу лабораториялары эшмәкәрлеге менән танышты. Улар донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге составына инә.

Лабораториялар алты мең квадрат метр майҙандағы биш ҡатлы бинала урынлашҡан һәм яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мәғлүм булыуынса, улар былтыр декабрҙә юғары уҡыу йортоноң яңыртылған тау-нефть факультеты корпусында эш башлағайны.

Бында йыл һайын 800-ҙән ашыу студент һәм аспирант шөғөлләнәсәк. Уҡыу разведкалау һәм быраулау өлкәһендәге – 14, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү һәм файҙаланыу буйынса 12 лабораторияла, һигеҙ һанлы моделләү класында һәм ике техник өлкә хәүефһеҙлеге лабораторияһында ойошторолған.

Дмитрий Чернышенко һәм Радий Хәбиров уҡытыусылар, студенттар, шул иҫәптән быраулау ҡоролмаһын хеҙмәтләндереүҙе һәм ярҙамсы ҡорамалда эшләүҙе үҙләштергән Вьетнам, Куба һәм Африка илдәре студенттары менән аралашты.

– Башҡортостандың юғары уҡыу йортонда дуҫ илдәрҙән йәштәрҙең белем алыуы бик мөһим. Студенттар беҙҙең технологияларҙы өйрәнә, артабан уларҙы үҙҙәренең тыуған илендә ғәмәлгә индерә. Улар аша илебеҙ ҡаҙаныштарын экспортлайбыҙ, – тине Дмитрий Чернышенко.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин фәнни-белем биреү киңлегенең мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Дмитрий Чернышенко һәм Радий Хәбиров шулай уҡ быраулау буйынса уҡыу полигоны менән танышты. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары “Роснефть” компанияһының уҡыу базаһы ҡеүәтен юғары баһаланы.

– Был Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән “Өҫтөнлөк 2030”, донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәре, алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре һәм технологик заказсы менән берлектә һөҙөмтәгә өлгәшергә булышлыҡ иткән башҡа проекттар кеүек алымдарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу өлгөһөн тәшкил итә, – тине Дмитрий Чернышенко.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: