Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы. Куратор. Тәржемәсе. Ғалим

Уның һөнәри уңыштарының сере – оҫталығын туҡтауһыҙ камиллаштыра барыуҙа.

Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы ИСҠУЖИНА – филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең Хеҙмәт ветераны. Үҙебеҙҙең республикалағы уҡыу йорттарынан тыш, ул Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында куратор, башҡорт теле уҡытыусыһы, тәржемәсе булып та эшләгән. Ҡырҡ йыл ғүмерен йәш быуынға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреүгә арнаған белгес үҙ быуынының хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында бөгөн ниҙәр уйлай икән?

 

– Фирүзә һабаҡташым, һәр кем өсөн киләсәк һөнәри яҙмыш­тың бала саҡ хыялдарынан башланыуы мәғлүм – һин педагог булыуҙы мәктәп йылдарынан уҡ маҡсат итеп ҡуйғанһыңдыр инде?

– Дөрөҫ, уҡытыусы булырға хыялландым. Был теләк мине, үҙем тыуып үҫкән Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында һигеҙенсе клас­ты тамамлағас уҡ, Сибай  педагогия училищеһының башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү бүлегенә алып килде. Уны тамам­лағас та, 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына индем. Әммә бында филолог дипломы алыу менән тағы үҙем уҡыған Сибай училищеһына ҡайтырға насип булды – минең йүнәлтмәм ошонда би­релгәйне.  Шуны ла әйткем килә: мине, әле йәш белгесте, Урал аръяғында ғына түгел, бөтә Баш­ҡортостанға киң билдәле булған ошо уҡыу йортона мәғариф өлкә­һендә яҡты эҙ ҡалдырған талантлы педагог, абруйлы телсе-ғалим, күренекле методист, Рәсәй Феде­рацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтың юллауы менән ебәрҙеләр.

 

– Халҡыбыҙ өсөн күп һәләтле педагогтар уҡытып сығарған киң билдәле училище шул ул. Һинең эшкә уңғанлығың, камиллыҡҡа ынтылышың бына ҡайҙан килә икән...

– Яҙмышыма рәхмәтлемен хеҙ­мә­темде ошо уҡыу йортонан баш­лағанға. Бында мин ең һыҙға­нып эшкә тотондом тип тә әйтә алам. Училищела студенттарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, баш­ҡорт телен уҡытыу методикаһы, тасуири уҡыу, каллиграфия, балалар әҙәбиәте фәндәре серҙәренә төшөндөрә инек, студенттарҙың педагогик прак­тикаһы менән етәкселек итер­гә, төркөм етәксеһе булырға, йәмә­ғәт эштәрендә лә ҡатнашырға тура килде. Бынан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының предмет комис­сияһын етәкләргә, методик бригада менән Урал аръяғы райондары мәктәптәре буйлап командиров­каларға йөрөргә, белемде камиллаштырыу курстарында эшләргә лә өлгөрҙөк, хатта Силәбе өлкәһе Арғаяш районы мәктәптәрендә дәрестәр бирергә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ла сыҡыра  торғайнылар.

 

– Һин Башҡорт дәүләт универ­ситетының филология факультетында ла байтаҡ йылдар эшләнең бит әле.

– Эйе, 1999 йылдың сентябрен­дә Башҡорт дәүләт университе­ты­ның башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһына эшкә саҡырҙылар. Һуңынан ул башҡот тел ғилеме һәм этно-мәҙәни белем биреү кафедраһы тип үҙгәртелде. Бында мин башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, магистратурала, лекциялар уҡыным; махсус курстар, практик дәрестәр алып барҙым. Бынан тыш, студенттарҙың педагогик практикаһына, диплом, курс эштәренә етәкселек иттем. Шулай итеп, 2017 йылдың авгусына тиклем ошо университетта өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын башҡарырға тура килде.

 

– Һәм тап ошо осорҙа хеҙ­мәтеңдең тағы яңы осоро башланды – Мәскәү студенттарын уҡытырға юлландың...

– Мәскәүгә уҡытырға мине Башҡортостандың Мәҙәниәт ми­нистрлығы ебәрҙе. Дәүләт академия Бәләкәй театр ҡарамағындағы Михаил Семенович Щепкин исе­мендәге Юғары театр училище­һына маҡсатлы курсҡа куратор һәм башҡорт теле уҡытыусыһы итеп алдылар. Башҡорт студияһының художество етәксеһе Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Дмитрий Георгиевич Кознов булды.

Был уҡыу йортонда мин, сәхнә телмәре кафедраһы доценты булараҡ, студенттарҙы башҡорт теле серҙәренә төшөндөрөү өҫтөндә эшләнем. Сәхнә телмәре, актер оҫталығы дәрестәрендә институт профессорҙары менән берлектә сәмләнеп эшләргә лә, хатта тәржемә менән шөғөлләнергә лә тура килде. Василий Шукшин­дың байтаҡ хикәйәләре, Антон Чеховтың “Юбилей”, “Тәҡдим”, Александр Островскийҙың “Бальза­миновтың өйләнеүе”, Алексей Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар”, Виктор Розовтың “Мәңге тереләр”, “Традицион йыйылыш”, Александр Володиндың “Биш кис”, Леонард Герштың “Был ирекле күбәләктәр” пьесаларын минең тәржемәмдә студенттар уңышлы сәхнәләштерҙе һәм диплом спектаклдәре лә юғары кимәлдә яҡланды.

 

– Баш ҡалабыҙҙа эшләү, бил­дәле шәхестәр менән аралашыу ҙур тәьҫораттар ҡалдырғандыр, моғайын...

– Башҡорт студияһының була­саҡ актерҙарына юғары сәнғәткә йүнәлеш, иң беренсе сиратта, бай тәжрибәле художество етәкселәре аталы-уллы Козновтарҙың тырыш­лығы менән бирелде. Театр кори­фейҙары үҙҙәренең студенттарын ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле талаптары менән мауыҡтырғыс театр донъяһына алып инде, һайлаған һөнәрҙәренә һөйөү тәрбиәләргә тырышты, һөнәри этика нигеҙҙә­ренә, бирелеп ижад итеү серҙәренә төшөндөрҙөләр. Ә инде уҡытыу­сылар коллективы һөнәри оҫта­лыҡҡа өйрәтеп кенә ҡалманы, тәрбиәләнеүселәренең дөйөм кешелек мәҙәниәте ҡаҙаныштарын ныҡлы үҙләштереүҙәренә булыш­лыҡ итте, донъяға яңыса ҡараш орлоҡтары сәсте.

Коллегаларымдың юғары мәҙә­ниәтле, үҙ эштәренең оҫталары булыуҙарына, ижадҡа, театрға фи­ҙакәр хеҙмәт итеүҙәренә һоҡлан­дым. Улар менән эшләү мине күп нәмәгә өйрәтте: һөнәри яҡтан да, тормошҡа ҡараш йәһәтенән дә. Уларға ҙур рәхмәтлемен. Ғорур­ланам, ихтирам итәм. Бөгөнгө көндә лә аралашып торабыҙ.

Маҡтап телгә алыр уҡыусы­ла­рым бихисап минең, улар ара­һында фән кандидаттары, абруйлы уҡытыусылар, күренекле белгестәр бар. Улар менән сикһеҙ ғорур­ланам. Ошо шәкерттәрем ара­һында филология фәндәре кандидаты Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры артисы Әбйәлил Үтәбаев, шулай уҡ Аэлита Тихонова, Елизавета Алексеева, Сабина Кирәева, Илнур Ғәниев, Эльвира Йәрмөхә­мәтова, Илүзә Итекеева һәм башҡа күптәрҙе телгә алыр инем.

Маҡсатлы йүнәлеш менән әҙер­ләнгән кадрҙар булараҡ, күптәре бөгөн Башҡортостаныбыҙ театрҙа­рында тырышып эшләп йөрөй.  Мәҫәлән, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекеева, Сабина Кирәева, Таң Хөсәйенов – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Әбйәлил Үтәбаев, Илнур Ғәниев, Таһир Солтанов – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Эльвира Йәрмөхәмәтова – Салауат драма театрында. Башҡалар ҙа үҙҙәренең лайыҡлы урындарын табыр, тип уйлайым.

Ә үҙем әлеге ваҡытта Өфө күп профилле һөнәри белем биреү колледжында эшләйем. Мәскәүҙә алған эш тәжрибәмде әүҙем ҡулланырға тырышам.

 

– Киләсәк быуындарҙың яҙ­мы­шы уларҙың ниндәй тәрбиә алып үҫеүенә бәйле икәнлеге бәхәсһеҙ. Бөгөнгө тәрбиә ниндәй булырға тейеш?

– Сабый сағынан уҡ кешегә изгелекле булып тәрбиәләнгән шәхес­тәргә һәр ваҡытта ла хөрмәт менән ҡарайҙар. Ул борондан уҡ шулай булған һәм әле лә үҙгәрмәй. Киләсәк быуындарҙы ла мин шундай итеп күрергә теләр инем. Йәштәрҙең күңеленә рух ныҡлығы, ватансылыҡ тойғоһо һалайыҡ, тел һәм ил яҙмышына битараф бул­маҫҡа өйрәтәйек, яҡшылыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылып йәшәүҙәрен хәстәрләйек. Шул саҡта ғына хал­ҡы­быҙҙың киләсәге ышаныслы һәм өмөтлө буласаҡ.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН 

Читайте нас в