Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Март 2023, 13:54

Ҡурсаҡтарын теҙеп ҡуйып, дәрес биргән

Ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

 

Кемдәрҙер мәктәпте тамамлағанда ла ниндәй һөнәргә эйә булырға белмәйенсә бәрелеп-һуғылғанда, икенселәр үҙҙәренең кем булырын бәләкәйҙән хәл итеп ҡуя һәм ошо маҡсатҡа ынтылыш менән йәшәй. Нуриман районының Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлиә Хисаметдинова ла биш йәш тирәһендә ошо һөнәргә ғашиҡ була.

 

Мәктәп үҙе бер мауыҡтырғыс донъя

 

– Балалар баҡсаһынан ҡайтып инәм дә, ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, уларҙы уҡыта башлайым. Яҙыу өсөн ата-әсәйемдән таҡта эшләтеп алдым, аҡбур ҙа таптылар. Ял көндәрендә әхирәттәрем килһә, улар – уҡыусыларым. Бере­һе лә киреләнмәй, мине уҡытыусы һымаҡ ҡабул итеп, тыңлап ултыр­ғандары хәтерҙә. Мәктәпкә бармаҫ элек тап ошо һөнәрҙе күңелем үҙ итте, – тип уҡытыусылыҡтың бала саҡ хыялы булыуы тураһында һөйләп алып китте әңгәмәсем.

Ә инде тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып ките­үе ошо фәндән белем биргән уҡытыусыһы Зөлфиә Насертдиноваға бәйле.

– Әле лә күҙ алдымда, бишенсе класта уҡығанда төрлө фәндән төрлө уҡытыусылар инә башланы. Сентябрь айы ине. Туған әҙәбиәт дәресенән Зөлфиә Юнир ҡыҙы уҡытты. Дәресен ул шиғыр һөйләүҙән башлап ебәрҙе. Йылмайып ҡына тора, үҙе мөләйем шул тиклем. Мин уның моңло, йылы тауышына ғашиҡ булдым. Бына шул мәлдә уҡытыусым аша әҙәбиәткә лә ҡыҙыҡһыныу уянды, – ти Әлиә Закуан ҡыҙы.

Ул инша конкурстарында, олим­пиадаларҙа ҡатнашып, тап ошо фән буйынса белемен арттыра. Ижади яҡтан да үҙен үҫтерә. Музыка мәктәбендә баян класында уҡырға өлгөрә. Атаһының гармунда уйнауы ла был музыка ҡоралына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтә. Бейеү түңәрәгенә йөрөп, ошо яҡтан да һәләтен арттыра.

Урта мәктәпте тамамлағас, хыялынан тайпылмай Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фило­ло­гияһы факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм тыуған яҡта­рына – Байгилде лицейына пионервожатый булып эшкә ҡайта. Лицей директоры Салауат Исмәғилев етәк­селегендә мәктәп мөхитендә тәүге хеҙмәт аҙымдарын яһай. Күп тә үтмәй, туған мәктәбенә баш­ҡорт теле уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар.

– 2003/04 уҡыу йылында Яңы Күл мәктәбендә эш башланым. Ул ваҡытта мәктәп директоры Зәйтүнә Хажиәхмәтова һәм уның урынба­ҫары Рәйлә Әсәҙуллина ине. Шулай итеп, кисәге уҡытыусыларым коллегаларым булып китте. Һәләтле уҡыусы икәнемде белгән мәктәп коллективы миңә түңәрәк тә ойош­торорға кәңәш итте. Ошонан башлап уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу эшенә тотондом. Һәләт тәби­ғәттән ярала, тиҙәр. Ә шулай ҙа оялсан, ҡыйыуһыҙ балалар бар. Кеше алдында, бәләкәй ауди­то­рияға сығып сығыш яһарға ҡурҡып торған уҡыусыларым бөгөн һүҙ оҫталары, уҡытыусылар, йырсылар, ижад кешеләре булып үҫешеп етте, – тине ул, уҡыусылары өсөн һөйөнөп.

Эш башлап алып киткәндә 18 йәшлек ҡыҙға  бик еңелдән булмай. Үҙенең тиҫтерҙәрен уҡытҡан мәл­дәрҙе әле лә иҫкә төшөрөп ала ул.

– 18 йәшемдә үҙем уҡыған Яңы Күл мәктәбендә эш башлағас, мине 9-сы класҡа класс етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Улар – 15 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр. Йәш айырмаһы өс кенә йәш. Үҙемдең уҡытыу тәжрибәм дә юҡ. Өлкән кластарҙа 17–18 йәшлек тиңдәштәремде уҡыттым. Элек уҡытыу сәғәттәре лә күп булды, төрлө түңәрәктәр алып барырға ла өлгөрөргә кәрәк ине. Тәүге йылдарҙа бер класта “Еҙ үксә” бейеүселәр коллективы барлыҡҡа килде, артабан башҡа класта “Ҡаурый ҡәләм” тип исем­ләнгән һүҙ оҫталары, шиғыр һөйөү­селәр коллективы үҫеп сыҡты. Һуңғараҡ V–XI класс уҡыусылары араһында “Өләсәйем һандығы” түңәрәген ойоштороп ебәрҙем. Ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһен генә түгел, ҡаланыҡын да гөрләттек. Үҙемдең электән бейеү менән шө­ғөл­ләнеүем, баянда уйнарға өйрә­неүем эшемдә лә ныҡ ярҙам итте, – тип һөйләне Әлиә Закуан ҡыҙы.

Мәктәп – ул үҙе бер мауыҡ­тырғыс донъя. Унда барып инһәң, бар күңелеңде һалып эшләмәү мөм­кин түгел. Төплө белем биреү­ҙән тыш, уҡыусыларыңдың төрлө яҡлап һәләттәрен асыу, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтереү өсөн әллә күпме көс түгергә кәрәк.

Балаларҙың уңышы эшеңә ҡеүәт бирә, яңы ҡаҙаныштарға ҡа­натландыра. Әлиә Закуан ҡыҙы уҡыусылары тураһында һөйлә­гәндә, йөҙө балҡып, нурланып китә. Ҡайһы уҡыусыһы ниндәй конкурста алдынғы урын алған, нисәнсе йылда икәнлегенә тиклем барыһы ла хәтерҙә, сөнки уларҙың һәр бере­һенә әллә күпме тырышлыҡ, әҙерлек һалынған.

Мәҫәлән, Розалия Ғималет­ди­но­ва башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара һәм республика олимпиадаһында икенсе урынды яу­лаған. М. Кәрим исемендәге фонд һәм А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ойошторған тәр­жемәселәр конкурсында өс уҡыу­сыһы юғары һөҙөмтә күрһәткән.

Еңеү яулаған уҡыусылары Мәс­кәү­ҙең юғары уҡыу йортонда уҡыу хоҡуғына эйә булған. Район кимә­лендә ойошторолған З. Насибуллин исемендәге шиғыр һөйләү­селәр конкурсында еңеүсе лә бай­таҡ. Беренселекте яулаған уҡыу­сылары араһында Әдис Ғәлимов, Рәзил Камалов, Айназ Фәтихов, Миләүшә Ғәбиҙуллина, Раушания Заһиҙуллина бар.

Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәрлета­маҡ­тағы филиалы ойошторған “Уҡы­тыу­сымдың уҡытыусыһы тураһын­да” очерктар конкурсында Гүзәлиә Ғәлимованың икенсе урынға лайыҡ булыуы, ә Аделина Айдуганованың номинацияла еңеүе лә – мәктәп өсөн ғорурлыҡ. Быйылғы уңыштар ҙа тос – Камилла Шәмсетдинова Бөтә Рәсәй башҡортса иншалар конкурсында беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.

– Уҡыусыларымдың уңышы – минең дә ҡаҙанышым, хеҙмәт емешем. Төп маҡсатым – йәш быуында тәүге сиратта милли рух һәм үҙаң тәрбиәләү, – ти Әлиә Закуан ҡыҙы.

 

Уҡытыусы эше – айсберг

 

Уҡытыусы бер туҡтауһыҙ камил­лыҡҡа ынтылғанда ғына үҙе лә үҫә, уҡыусылары ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Был йәһәттән мәҡәләм геройының ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Уларҙың иң ҙурҙарын ғына һанаһаҡ та, был исемлек байтаҡҡа һуҙылыр ине. Мәҫәлән, 2013 йылда “Белем биреүҙәге иң яҡшылар. Һәләтле балалар” энциклопедия­һының редакцияһы тарафынан “Уҡытыусы” номинацияһында еңеү­се булып, диплом, миҙал менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, был китап­ҡа ингән һәләтле уҡытыусылар ара­һында Әлиә Хисаметдинова тураһында ла яҙылған. 2019 йылда Шишмә районында Мостай Кәрим­дең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара шиғыр һөйләү­селәр конкурсында икенсе урын яулауға өлгәшкән. “Башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыу алымдары һәм уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьә­ләләр” тип аталған мәҡәлә­һенең Башҡорт дәүләт университеты сығарған йыйынтыҡҡа инеүе лә һөнәри оҫталығын сағылдыра.

Бөгөнгө уҡытыусынан ниндәй сифаттар талап ителә? Һәр кем дә уҡытыусы була аламы? Ошо һорауға ла Әлиә Хисамет­дино­ваның фекерен белдек.

– Зәки Сөләймәновтың “Уҡытыу­сы эше – айсберг” тигән шиғырын уҡып ҡына ла, уҡытыусы эшенең еңел түгеллегенә инанырға була.

Минеңсә, һәр кем уҡытыусы була алмай. Дәрестә уҡытып сығыу ғына түгел бит, ә һиңә мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен төбәп ултырған һәр балаға аң-белем еткерергә тейеш­һең. Уҡытыусы – ул әсәй ҙә, психолог та, дуҫ та, терәк-таяныс та булырҙай кеше. ”Уҡытыусы һөнә­ренән дә еңелерәк эш юҡ. Иртән килеп, 6-7 дәрес уҡыттың да өйгә ҡайтып киттең, ҡалған ярты көнөң­дө нисек үткәргең килә, шулай файҙаланырға була”, – тиеүселәр бар. Эштең асылын белмәгәндәр фекере был. Ә өйгә ҡайтып, план-конспекттар яҙыу, дәфтәр тикше­реү, теге йәки был конкурсҡа әҙер­ләнеү, ата-әсәләр йыйылышына материал туплау, мәктәп сараларына сце­нарийҙар төҙөү һәм башҡа эштәрҙе лә башҡарып өлгөрөргә кәрәк бит әле. Уҡытыусы һөнәре яуаплылыҡ талап итһә лә, күңелле һөнәр, тип уйлайым. Һәр ваҡыт балалар менән эшләгән уҡытыусы­лар тиҙ ҡартаймай, улар күңеле менән йәш ҡала. Шуның өсөн яңы эш башларға торған йәштәргә теләгем – уҡытыусы һөнәрен һай­лағандар икән, шул юлдан тайпыл­маһындар. Шуны ла белеү мөһим – һәр баланы бер төрлө яратһын­дар, – тип теләк-кәңәштәрен дә еткерҙе.

Ике тиҫтә йыл хеҙмәт тәжрибәһе булған уҡытыусы үҙенең ғаилә­һендә, балаларында туған телгә, мә­ҙә­ниәткә һөйөү тәрбиәләү маҡ­сатын ҡуйған. Тормош иптәше Әнис Хөббөтдинов менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр: Айгизәрҙәре икенсе класта уҡый, Алтынайҙарына ике йәш кенә. Буш ваҡыт эләккәндә уны һәр ваҡыт бергә уҙғарырға тырышалар. Ял көндәрендә ҡышын сана, саңғы шыуыу ғәҙәткә ингән, йәй велосипедта йөрөйҙәр. Шахмат, шашка уйнарға яраталар. “Ҡайһы саҡта хатта аш-һыу бүл­мә­һендә лә бергә ҡайнашабыҙ. Улым менән атаһы аш бешерә, ә мин ҡыҙым менән ҡамыр ризыҡ­тары әҙерләйем”, – тип ғаиләһе тураһында ла ихлас һөйләне Әлиә Закуан ҡыҙы.

Белемгә генә түгел, матурлыҡҡа ла ынтылыш тәрбиәләү был һөнәр эйәләренең булмышында. Үҙ эше­нә мөкиббәндәр ғүмер буйы ошо изге бурысты башҡара.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Нуриман районы

Читайте нас: