Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Март 2023, 13:43

Йәштәрҙән көс-ҡеүәт алып...

Ағас мәктәп – һаман да ауылдың ныҡлы таянысы.

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Был мәктәпкә яҡынлашҡас, уҙған быуат сәләм биргәндәй булды: ағастан төҙөлгән, хәҙер инде иҫкерә башлаған бина заманса ауылға ныҡлыҡ өлгөһө күрһәтеп торғандай. Үткәндәрегеҙҙе онотмағыҙ, тип тә иҫкәрткәндәй. Ә эсендә – шундай йылы!..

Бөрйән районы Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалы был. Эстә тәү ҡарашҡа тығыҙыраҡ кеүек күренһә лә, балаларҙың ҡәнәғәт йөҙөнән, уҡытыусыларҙың ихласлығынан үҙеңде киң донъяға килеп ингәндәй тояһың. Иң ҙур кабинет 1-се класс уҡыусыларыныҡы икән, сөнки улар иң күбе – бер тиҫтә. Иҫәп менән генә түгел, сифат яғынан да алдыра үҙҙәре. “Нисек уҡып йөрөйһөгөҙ?” тигән һорауы­быҙға: “Ныҡ һәйбәт – “бишле”гә генә!” – тип дәррәү яуапланылар.

Беренселәрҙең уҡытыусыһы Алһыу Хафизова бында өсөнсө йыл эшләй. Белорет педагогия колледжын тамамлаған йәш педагог, Исламбай ауылына кейәүгә сығып, хеҙмәт юлын хәстәрлекле, татыу коллективта башлаған. “Беренсе һәм өсөнсө класс уҡыусыларына белем бирәм, – ти Алһыу Фәрит ҡыҙы. – Ҡәйнәм дә башланғыс кластар уҡытыусыһы булғас, күп нәмәгә унан өйрәнәм, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. “Йәшһегеҙ, күңелегеҙ ҡырға тартылалыр?” тип ҡыҙыҡ­һын­ғандар ҙа бар. Юҡ, иремдең дә, минең дә бер ҙә ситкә киткебеҙ килмәй. Тыуған төйәгеңдә кәрәкле булып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр!”

II класс уҡытыусыһы Резеда Мырҙабулатова ла – йәш белгес. Көн дә күрше Аҫҡар ауылынан йөрөп эшләһә лә, һайлаған һөнәрен, балаларҙы яратҡан педагог һис зарланмай, белемен даими камиллаштыра, заманса уҡытыу алымдарын тырышып өйрәнә.      

Исламбай мәктәбе директоры Венера Мырҙағолова әйтеүенсә, ғөмүмән, белем усағы коллективында йәштәр күп, улар уҡытыу эшмәкәрлеген заманса алып барыуға ҙур өлөш индерә. Коллектив федераль, республика программаларында, мәғариф проекттарында, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыусыларҙы ла шуға йәлеп итә. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыу, һөҙөмтәлә өҫтәмә һөнәр алыу өсөн бер нисә йүнәлеш буйынса түңәрәктәр ойошторолоуы, йыр-бейеү, робот техникаһы конкурстарында еңеүҙәр яулау, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа уңыш ҡаҙаныу – барыһы ла заманса ҡарашлы педагогтар менән белемгә ынтылған уҡыусыларҙың уртаҡ хеҙмәт емеше. “Мәктәптә уңайлы шарттарҙың булмауы үҫешкә кәртә түгел. Зарланмаҫҡа, тырышырға кәрәк”, – ти директор.

Балаларҙың спорт буйынса уңыштары айырыуса ҡыуандыра. Физкультура уҡытыусыһы Руслан Әхмәтйәнов, электән килгән йола­ларҙы һаҡлап, йәш кейекбайҙарҙы бер ҡасан да тик ултыртмай: дәрестә лә, уҡыуҙан тыш ваҡыт­тарҙа ла һәр саҡ хәрәкәттә улар. Мәктәптә спорт саралары көн дә ойошторола, айырыуса ҡышҡыһын. Элек-электән йыл да мотлаҡ саңғы юлы һалына, балалар унда дәрестән һуң да күпләп йөрөй. Исламбайҙа тыуып үҫеп, ошо мәктәпте тамамлаған һәм аҙаҡ туған белем усағына уҡытырға ҡайтҡан Руслан Рамаҙан улы өлкән класс егеттәре менән бергә боҙ майҙансығы ла эшләп ҡуйған. Унда олоһонан кесеһенә тиклем барлыҡ ауыл халҡы рәхәтләнеп шыуа.

Шулай йәшлек дәрте бөркөлөп тора бай тарихлы мәктәптән. Уның директоры Венера Мырҙағолова ла, заманса ҡарашлы йәш етәксе булараҡ, коллективтың белемен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирә, шул уҡ ваҡытта эштәрен социаль селтәрҙәрҙә лә даими күрһәтеп барып, хеҙмәттәштәренә дәрт, сәм өҫтәп тора. “Мәктәптә 14 уҡытыусы, күбеһе – йәштәр. Быйыл IX класты алты уҡыусы тамамлай, ә сентябрҙә һигеҙ бала беренсегә киләсәк. Был күренеш­тәрҙең барыһы ла – ауылыбыҙҙың заманса үҫешә, йәшәрә барыуына дәлил”, – ти Венера Афзал ҡыҙы.

...Иҫке мәктәп һәм заманса ауыл. Ныҡлы тамырыңды һаҡлап, яҡты киләсәккә ынтылыу сағы­лышы. Ошо изге юлда Исламбай халҡы артабан да белемгә, тәр­биәгә таянып алға барыр, тигән ышаныстабыҙ.

- Дилбәр ИШМОРАТОВА
Бөрйән районы

Читайте нас: