Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Март 2023, 16:10

Йәш ғалимдар менән осраштылар

3 мартта Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең йәш ғалимдары, уйлап табыусылары һәм технологик эшҡыуарҙары менән осрашты.

Йәш ғалимдар менән осраштылар
Йәш ғалимдар менән осраштылар

3 мартта Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең йәш ғалимдары, уйлап табыусылары һәм технологик эшҡыуарҙары менән осрашты. Көн тәртибендә - тикшеренеү потенциалын тормошҡа ашырыу, инновацион эшләнмәләргә дәүләт ярҙамы һәм уларҙы индереү, йәш белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү, фәндең матди базаһын нығытыу мәсьәләләре.

 - Илебеҙгә баҫым шарттарында ғәйәт ҙур мөмкинлектәр тәҙрәһе барлыҡҡа килде. Тәү сиратта, һүҙ Рәсәй Президентының технологик суверенитетҡа ирешеү буйынса йөкләмәләрен һөҙөмтәле үтәүе хаҡында бара. Шуға күрә нимә менән шөғөлләнеүегеҙ бик мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Ғалимдар бөтә көсөн тикшеренеүҙәргә йүнәлтә алһын өсөн, дәүләт инновациялы эшкәртмәләрҙе баҙарға сығарыуға булышлыҡ итәсәк, тип өҫтәне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары.

Дмитрий Чернышенко шулай уҡ «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Башҡортостан Башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә һәм илдең Мәғариф һәм фән министрлығына республика башланғыстарын хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе. Республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге уңышлы үҫешә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Федераль әһәмиәттәге тәүге мөһим һөҙөмтәләрҙе берләшкән юғары уҡыу йорто - Өфө фән һәм технологиялар университеты күрһәтә. Республиканың юғары уҡыу йорттары коллективтары «Өҫтөнлөк 2030» стратегик академик лидерлыҡ программаһы сиктәрендә проекттарҙы лайыҡлы яҡлай. Башҡортостандың баш ҡалаһында юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусы төҙөлә башланы.

- Башҡортостанда юғары мәктәпте һәм фәнде үҫтереү траекторияһы бик яҡшы фазала. Коллективтар өсөн шарттар, яҡшы матди-техник база булдырырға тейешбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Былтыр йәш ғалимдар һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм стажировкаға 200 миллион һум бүленде. Башҡортостан алты юғары уҡыу йортоноң 325 ғилми-педагогик хеҙмәткәре грант алды. 2023 йылда ошо маҡсатҡа тағы 200 миллион һум йүнәлтәбеҙ.

Һуңынан Дмитрий Чернышенко һәм Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың һәм технологик эшҡыуарҙарҙың мөһим һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыуҙа ғилми кадрҙарға социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

- Ихтыяжлы сараларҙың береһе - торлаҡ сертификаттары. 2022 йылда был маҡсатҡа федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һум йүнәлтелгән, - тип хәбәр итте Дмитрий Чернышенко. - Ә быйыл торлаҡ сертификаттары программаһында планлаштырылған саралар күләме 3,7 тапҡырға артты.

Йәш ғалимдар вуз-ара студенттар кампусын тапшырыу сроктары менән дә ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Башлығы проекттың әүҙем тормошҡа ашырылыуын хәтергә төшөрҙө. Осрашыуҙан һуң Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең буласаҡ студенттар кампусы майҙансығында булды. Майҙансыҡты ҡараған саҡта Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры  IQ- парктың проект ҡарарҙары һәм кампустың төп ядроһы концепцияһы менән танышты. Уның составына студенттар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн 4,4 мең урынлыҡ торлаҡ модулдәре, аудитория-лаборатория блогы һәм геном үҙәге, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өсөн бүлмәләр, шулай уҡ спорт-рекреацион зоналар һәм күмәк мәҙәни саралар майҙансыҡтары инәсәк.

 

Фото: glavarb.ru

Йәш ғалимдар менән осраштылар
Йәш ғалимдар менән осраштылар
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: