Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Март 2023, 15:28

“Һәр дәрес асыш булырға тейеш”

Үҙ асылына тоғро ҡала.

Нурзилә Һөйәрғолованың архивынан.
Фото:Нурзилә Һөйәрғолованың архивынан.

Бөгөнгө заманда йәш быуынды уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең ҡатмарлы бурыстарын хәл итеү уҡытыусыға, уның һөнәри оҫталығына, ижади эҙләнеүенә һәм мәҙәни кимәленә бәйле. Тәү сиратта был туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ҡағыла, сөнки йәш быуынға рухи, мәҙәни тәрбиәне улар бирә. Үҙ телеңә, ата-бабаларыңдың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, халҡыңдың быуындан-быуынға күсә килгән ижадына һөйөү тәрбиәләү – илеңә, тыуған ереңә ҡарата мөхәббәт уятыу тигән һүҙ.

Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә үҙ эшенә тоғро башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бик күп. Шундайҙарҙың береһе – “Ирәндек” лицейында төрлө милләт балаларына башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, уларҙың аралашыу даирәһен үҫтергән Нурзилә Юлай ҡыҙы Һөйәрғолова.

Ул – Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы ҡыҙы. Уҡытыусы булыу теләге бала саҡтан килә. Бәләкәйҙән шуҡ, зирәк булып үҫә, яҡшы уҡый, мәктәптә генә түгел, ауылда үткән саралар бер ваҡытта ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Йырлай ҙа, бейей ҙә, алып барыусы ла була, үҙе үк сценарийҙар, шиғырҙар яҙа. Мәктәп йылдарында уҡ Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханаһы ҡарамағында эшләп килгән “Игебай мәктәбе”ндә шөғөлләнә. Спортта ла һынатмай, волейбол ярыштарында иң шәп уйынсыларҙан һанала.

Тәүге мәҡәләләре һәм шиғырҙары “Аманат” журналында, “Йәншишмә” һәм “Һаҡмар” гәзиттәрендә донъя күрә. Ауылда 11 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы педагогия факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.

Йәшлегенең иң матур осоро Сибай инс­титутында уҡыған йылдарына тура килгәненә рәхмәтле ул яҙмышына. Тәүге көндәрҙән үк студент тормошонда ҡайнап йәшәй. Уҡыу йортоноң “Инеш” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнеү, шиғыр кисәләрендә ҡатнашыу, Сибай ҡалаһының төбәк яҙыусылар ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә булыу, шағир һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар, яҙыусылар ойошмаһы үткәргән йәш ижадсылар конкурстарында сығыш яһау, призлы урындарға лайыҡ булыу, ижади осрашыу тәьҫораттары күңелендә әле лә һаҡлана. 

Бар яҡлап тырыш  булған һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Нурзилә Һөйәрғолованы педагогика факультетының үҙидараһында матбуғат үҙәгенең етәксеһе итеп тә һайлап ҡуялар. Факультеттың тормошон даими рәүештә уҡыу йортонда сыҡҡан “Юлдаш” гәзитендә яҡтыртып бара. Йыл һайын үткәрелгән “Студент яҙы” конкурсы ла унһыҙ үтмәй, бейеүгә һәм йырға маһир ҡыҙ бында ла һынатмай.

Бишенсе курста уҡып йөрөгән сағында уҡ Нурзилә Сибай филармонияһында әҙәби бүлек мөдире булып эш башлай. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге көслө булғанғалыр, күрәһең, филармонияны ҡалдырып, Сибай ҡалаһы мәктәптәренең береһендә хеҙмәт юлын башларға хыяллана. Йәш белгескә эш урыны табылмай, әммә ул аптырап ҡалмай, “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып бара.

Төрөкмән ауылы егете Ринат Рамаҙан улы менән ғаилә ҡороп, бөгөн сәскәләй өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Риана һәм Регина – Сибай гимназияһының алдынғы уҡыусылары, йырлайҙар, нәфис һүҙ оҫталары, икеһе лә өс йәштән “Гөлдәр” өлгөлө бейеүҙәр ансамблендә шөғөлләнә. Бәләкәй Ралинаға әле өс йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, апайҙарынан һис тә ҡалышмай ул: төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, әле үк кескәй ҡыҙҙың бихисап грамоталары ла бар. Былтыр Әсәй көнө айҡанлы үткәрелгән республика конкурсында уға беренсе урын бирелгән.

Бөгөн Нурзилә Юлай ҡыҙы “Ирәндек” лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Белем усағы директоры Гөлнәзирә Игелекова әйтеүенсә, уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла уға хас.

– Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог ул. Йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы яңынан-яңы методик алымдар, хәҙерге заман технологияларын ҡуллана. Лицейҙа ошо уҡыу йылынан ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, аттестация ваҡытында асыҡ дәрестәр, саралар үткәреп, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ойошторған конкурста өсөнсө урынды яулап та өлгөрҙө. Ул – V “А” класының бик әүҙем етәксеһе лә: ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға өлгөргән, уҡыусылары менән төрлө экскурсияларға йөрөй, конкурстарҙа ҡатнашалар, үҙ-ара татыу һәм берҙәм булыуҙары менән айырылып торалар. Был да класс етәксе булараҡ, уның эшенә ҙур баһа. Иң мөһиме – уҡытыусының дәресенә балалар теләп йөрөй, – ти лицей директоры Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы.

Ысынлап та, балалар өсөн уҡытыусы дәрес материалын еткереүсе генә түгел, оло тормошҡа әҙерләүсе лә, шуға күрә класта ниндәй милләт балалары белем алыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәр саҡ юғары кимәлдә, үҙ предметын тәрән үҙләштергән, зауыҡлы, мәҙәниәтле һәм һәр саҡ уҡыусы­һының күңеленә асҡыс таба белергә тейеш. “Һәр дәрес асыш булырға тейеш”, – тип иҫәпләй Нурзилә Һөйәрғолова һәм ошо юҫыҡта маҡсатлы эш алып бара ла инде.

– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрес­тәренә, баланың ҡыҙыҡһыныуын, ихтыяжын иҫәпкә алып, темаларҙы һәм күне­геүҙәрҙе мауыҡтырғыс, йөкмәткеле һәм заманса итеп әҙерләргә тырышам. Дәрес­тәремдә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, шөғөл-кәсептәрен, йолаларын өйрәнеүҙе төп маҡсатым итеп алғанмын. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы техно­логияларҙы ҡулланыу, тәнҡитле фекерләү, проблемалы уҡытыу, проекттар әҙерләү, ғилми эҙләнеү, үҫтереүсе һәм башҡа уҡытыу алымдарын ҡулланыу эште ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойошторорға, баланың фекерләү ҡеүәһен, танып-белеү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, – ти Нурзилә Юлай ҡыҙы. – Мәктәптә алған белемдәрен артабан тормошта ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусының үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен әүҙемләштереү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, төрлө яҡлап үҫешкән илһөйәр һәм туған телен хөрмәт иткән, һөйгән шәхес тәрбиәләү – төп маҡсатым.

Уҡытыусы эше еңелдән булмаһа ла, буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлөнә тотонорға ла ваҡыт таба ул. Ҡул эштәренә маһир, бешеренергә оҫта. Өс ҡыҙ тәрбиәләгән әсә булараҡ, әле уларҙы ла ҡул эштәренә өйрәтә, тәмле һәм татлы бешеренеү серҙәре менән уртаҡлаша.

 
Кәримә УСМАНОВА

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: