Бөгөн Өфөләге Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсын тантаналы ябыу һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы үтте. Шулай уҡ ошо бәйге сиктәрендә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсына ла йомғаҡ яһалды.
- Йыл һайын конкурс Башҡортостандың иң яҡшы педагогик кадрҙарын берләштерә. Республика етәкселеге мәғариф системаһын үҫтереүгә, яңыртыуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлде һәм бүлә. Һуңғы өс-дүрт йылда Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбировтың, республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән мәғариф системаһының тышҡы йөҙө һәм эске йөкмәткеһе үҙгәрә. Балаларыбыҙ юғарыраҡ һәм сифатлыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә бара. Улар Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. Бөгөнгө конкурс еңеүселәре һәм лауреаттары был юғары исемде лайыҡлы йөрөтөр, тип ышанам, - тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Конкурста республиканың 55 муниципалитетынан 91 педагог ҡатнашты. Сараны ябыу тантанаһында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Раил Ғәзизов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
“Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсының еңеүсеһе булып Өфө районы Жуков ауылының “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Арина Валерьевна Бакиева танылды.
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсында Өфө ҡалаһының 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Азат ҡыҙы Ишбаева еңеү яуланы.
Конкурс еңеүселәре һөнәри оҫталыҡ конкурстарының федераль этаптарында Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ! Шулай уҡ конкурста ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа билдәләнгән, финалғаса етеп, үҙҙәрен лайыҡлы танытҡан тәрбиәселәрҙе ла ихлас күңелдән тәбрикләп, яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Белешмә: Был республика һөнәри конкурсы 2012 йылдан башлап йыл һайын уҙғарыла һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында иң популяр һәм абруйлы конкурстарҙың береһе һанала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.