Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Март 2023, 08:00

Остаз булыу еңелме?..

Өфө тарихы музейында ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап табырға тырышты

Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..

Ә тағы ла – кем ул Остаз?... Белем биреүгә ҡатнашы булған һәр кемде лә остаз тип атап буламы? Бындай маҡтаулы исемде йөрөткән шәхес ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?


Башҡортостандың мәғариф системаһында уларҙың исеме киң билдәле. Уҡытып сығарған уҡыусылары, студенттары араһында хәҙер инде үҙҙәре абруйлы дәрәжәгә эйә кешеләр бар. Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Сынтимер Баязитов; тел белгесе, профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина; филология фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Фәнзил Санъяров сараға йыйылған аудитория – студенттар, баш ҡала мәктәптәре уҡытыусылары менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Йәштәр абруйлы ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙы, остаздар иһә матур кәңәштәрен йәлләмәне.


"Киске Өфө" гәзите менән Өфө ҡалаһы башҡорттары уҙғарған сара йылылығы, ихласлығы менән әсир итте. Һөйләшеүҙе "Киске Өфө"нөң баш мөхәррире, Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Янбаева йәштәрҙе лә ылыҡтырып, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Йыйылыусылар ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй, аралашыуҙы дауам итте, тағы ла осрашырға, башҡа ҡыҙыҡлы темалар буйынса фекер алышырға һүҙ бирешеп таралышты.

Зөлфиә Килдеғошова фотолары.

Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Остаз булыу еңелме?..
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: