“ФормАРТ” стрит-арт фестиваленең IV миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл ул Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала.
2023 йылғы фестивалдең төп темаһы – “Белем көсө”. Волга буйы федераль округының йәш рәссамдарына түбәндәге темаларҙың береһенә граффити төшөрөргә тәҡдим ителә: «Минең уҡытыусым» (беренсе уҡытыусы, кеше тормошонда уҡытыусының роле, төбәктең атҡаҙанған уҡытыусылары һәм уҡыусылары), «Кешенең шәхси һәм профессиональ үҫешенә йоғонто яһаған остаздың роле», «Сәнғәттә уҡытыусы һәм остаз образы», «Белем – көс», «Киров 650» (Киров ҡалаһының юбилейына арнала) һ.б.
Фестивалдә 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклем профессиональ стрит-арт рәссамдар һәм һәүәҫкәр рәссамдар ҡатнаша ала. Бының өсөн 30 апрелгә тиклем конкурс эшенең эскизын беркетеп, проекттың сайтында (formartpfo.ru) ғариза тултырырға кәрәк. Фестивалдең һәр тематикаһында бер ҡатнашыусынан икешәр заявка ҡабул ителә. Эскиз эштәрен компетентлы жюри – һынлы сәнғәт, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө өлкәһендә танылған федераль һәм төбәк эксперттары баһалаясаҡ.
Эштәре төбәктә иң яҡшылар тип танылған рәссамдар быйыл йәй Волга буйы федераль округының 14 субъектының һәр береһендә үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә «Киров 650» махсус номинацияһында еңеүселәр 2024 йылда Киров ҡалаһында эштәрен тормошҡа ашырасаҡ.
I, II һәм III яулаусылар артабанғы ижади үҫеш өсөн 100, 150 һәм 200 мең һум күләмендә грант аласаҡ.
Белешмә өсөн: «ФормАРТ» стрит-арт фестивале Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән 2020 йылдан уҙғарыла. Фестивалдең маҡсаты – урам сәнғәтен үҫтереү, йәш рәссамдарҙың ижадына ярҙам итеү һәм уларҙы уңайлы заманса ҡала мөхитен булдырыуға, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә һәм художестволы биҙәүгә йәлеп итеү.
Фото: artinkin.net