Башҡортостанда йәшәүселәр мәғариф мәсьәләләре буйынса тура бәйләнештә ҡатнаша ала. 16 мартта уны “Сириус” федераль биләмә Советы рәйесе, @sirius.talents “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева үткәрә. Ул һәләтле балалар менән эшләү, “Сириус”тың белем биреү мөмкинлектәре һәм илдә мәғариф системаһының үҫеше хаҡында һөйләйәсәк.
Тура эфирҙа ҡатнаша:
- “Сириус” моделе буйынса эшләгән төбәк үҙәктәре вәкилдәре;
- уҡытыусылар, мәктәп директорҙары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре;
- уҡыусылар, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре;
- федераль биләмәнең партнерҙары һәм эксперттары.
Теләгән һәр кем Елена Шмелеваға үҙ һорауҙарын бирә ала. 15 мартҡа тиклем уларҙы [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Тура эфирҙә “Сириус” белем биреү үҙәгенең сайтында: https://sochisirius.ru һәм “Бәйләнештә”ге https://vk.cc/cmflm7 төркөмөндә ҡарарға була. Мәскәү ваҡыты буйынса 12.00 сәғәттә ҡарарға була.
Ситтә ҡалмағыҙ!
Фото: республика Мәғариф һәм фән министрлығы.