Быйылғы йылдың 31 мартына тиклем Рәсәй Финанс министрлығы, Рәсәй банкы, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте 1 - 9-сы класс уҡыусылары өсөн финанс белеме һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы уҙғара. Был хаҡта Башҡортостан Финанс министрлығы хәбәр итте.
Олимпиаданың маҡсаты – уҡыусыларҙы финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре менән таныштырыу, эшҡыуарлыҡ темаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
- Олимпиада 2017 - 2023 йылдарға Рәсәй Федерацияһында финанс белемде арттырыу буйынса стратегияны үтәү сиктәрендә уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн заманса браузеры һәм интернетҡа сығыу мөмкинлеге булған компьютер йәки планшетҡа эйә булыу етә, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова.
Конкурс эштәре реаль тормошҡа яҡынлаштырылған һәм уҡыусыларҙа шәхси финанстар менән идара итеү, шәхси бюджетты планлаштырыу һәм мутлыҡ осраҡтарын иҫкәртеү өлкәһендә компетенциялар булдырыуға булышлыҡ итә.
Олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусылар дипломдар, грамоталар йәки сертификаттар менән бүләкләнәсәк, уҡытыусыларға һәм белем биреү ойошмаларына Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ. Наградаларҙы ярыш тамамланғандың икенсе көнөнә шәхси кабинеттарҙа алырға мөмкин.
Әлеге ише саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға ла туранан-тура булышлыҡ итә.
Олимпиадала нисек ҡатнашырға:
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (800) 500-30-72 телефоны буйынса йәки Uchi.ru сайтында алырға мөмкин.