-10 °С
Болотло
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә былай тип яҙған.
"Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашыу булды, – тигән Дәмин Марат улы. – Һөйләшеүгә бик күп ҡыҙ һәм егеттәр килде. Улар төрлө юғары уҡыу йорттарынан. Барыһы ла маҡсатлы, күҙҙәре янып тора - тыуған төйәгенең ысын патриоттары".
Дәмин Юланов әйтеүенсә, ул йәштәр менән тағы ла осрашырға һөйләшкән. Йыйылыу урыны – Ейәнсура районының "Ал елкән" ял базаһы (август айында).
Фото: Дәмин Юлановтың сәхифәһе.