Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Март 2023, 11:00

Ишембайҙа саңғы марафоны үтте

Сарала 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты 

Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте

Кисә Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 100 йыллығы сиктәрендә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Вениаминович Новожиловтың иҫтәлегенә XXIX традицион саңғы марафоны үтте.

Унда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 200-ҙән ашыу саңғы спортын һөйөүселәр өс, биш, 10, 20, 30 километр арауыҡҡа йүгереп, үҙ көсөн һынаны. Ә инде иң йәш спортсылар бер һәм 1,5 километр арауыҡты үтте.

Быйыл, алдағы йылдарҙан айырмалы, көндәр йылы тора, шуға күрә лә урыны менән ер ҡарҙан әрселгән. Был иһә трассала ҡарҙың торошона ла йоғонто яһаған - һыулыраҡ урындар ҙа бар. Әммә ул саңғысыларҙың кәйефенә йоғонто яһаманы, киреһенсә, улар йылыла рәхәтләнеп йүгерҙе.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бындай ярыштарҙы үткәреүгә Владимир Новожиловтың элекке тәрбиәләнеүселәре лә тос өлөш индерә, матди ярҙам күрһәтә. Улар ярҙамында һуңғы йылдарҙа Ишембайҙа биатлон спорты яңы үҫеш кисерә, унда шөғөлләнгән үҫмерҙәр республика, ил кимәлендә призлы урындар яулай.

Ә бөгөнгө ярышҡа килгәндә, ул саңғы һөйөүселәр өсөн матур спорт байрамына әйләнде.

Автор фотолары. 

Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Ишембайҙа саңғы марафоны үтте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: