Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Март 2023, 07:30

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла

Уның сафҡа инеүен барыһы ла көтә.

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы дүрт йылға һуҙылған “һаҡаллы төҙөлөш” аҙағына яҡынлашты. Ниһайәт, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың, тотош ауыл халҡының күптән көткән хыялы тормошҡа аша – заман талаптарына яуап биргән өр-яңы белем усағы тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ.

Объекттың дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә, яңы белем усағы 375 урынға иҫәпләнгән.

Мәктәп директоры Сәлих Рафиҡов белдереүенсә, сафҡа инәсәк объект Урал аръяғында заман талаптарына яуап биргән берҙән-бер белем усағы буласаҡ. Уҡыу-уҡытыу өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы мәктәптә белем биреү ҙә, уҡыу ҙа икеләтә яуаплылыҡ менән атҡарыласаҡ. 

Бөтә шарттар тыуҙырылған, кабинеттар тулыһынса йыһазландырылған, компьютер кластары бар, физика, химия, биология кабинеттарында практик дәрестәр үткәреү өсөн бөтә ҡорамалдар алынған, технология дәресендә малайҙарға төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн махсус станоктар, ҡыҙҙарға теген машиналары урынлаштырылған бүлмә йыһазландырылған.

Белем усағы тураһындағы тулы мәҡәләне тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп асыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: