Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Март 2023, 15:30

Класс етәкселәре кәңәш ҡорҙо

"Бындай сараларҙа ҡатнашыу, тәжрибә уртаҡлашыу артабанғы эшебеҙгә көс һәм дәрт бирә", - ти Зимфира Йосопова

Класс етәкселәре кәңәш ҡорҙо
Класс етәкселәре кәңәш ҡорҙо

Башҡортостан уҡытыусылары Волга буйы федераль округының Класс етәкселәре форумының күсмә сессияһында ҡатнашты. 

Рәсәй Мәғариф министрлығы академияһының класс етәкселеге (кураторлыҡ) өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләр марафоны дауам итә. Класс етәкселәре форумының өсөнсө күсмә сессияһы 21 мартта Һамар өлкәһенең Мәғарифты үҫтереү институты базаһында уҙҙы. Ул Волга буйы федераль округының класс етәкселәрен һәм кураторҙарын берләштерҙе. Сарала 200-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнашты, тағы ла 4000-гә яҡын класс етәксеһе һәм куратор онлайн ҡушылды.

Рәсәй Мәғариф министрлығы академияһы ректоры Павел Кузьмин, Академия вәкилдәре класс етәкселәре өсөн көнүҙәк яңылыҡтар тураһында һөйләне. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы бер нисә мөһим федераль проект менән таныштырҙылар, мәҫәлән, Класс етәкселәре форумы, директорҙарҙың тәрбиә буйынса кәңәшселәре институты, «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте тураһында һөйләшеүҙәр уҙҙы.

Секция майҙансыҡтарында класс етәкселәре һәм кураторҙар көнүҙәк йүнәлештәр буйынса һөҙөмтәле педагогик тәжрибәләр менән алмашты, класс етәкселәренең тәрбиә биреү мәсьәләләрендә һөнәри компетентлығы, уҡыусыларҙа йәшәйеш ҡиммәттәре йүнәлештәрен формалаштырыу, тәрбиә эшендә традициялар һәм инновациялар тураһында фекер алыштылар.

Форумда ҡатнашыусыларҙың береһе – Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зимфира Йосопова. Ул – Башҡортостанда 2022 йылғы Класс етәкселәре форумының амбассадоры.

– Класс етәкселәре форумы – яңы белем алырға һәм профессиональ яҡтан үҫешергә, тәжрибә уртаҡлашырға һәм үҙ-үҙеңде аңларға ярҙам итеүсе майҙансыҡ. Бындай ҙур сараны ойоштороусылар һәм алып барыусылар менән аралашыу беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, сөнки уларҙың оптимизмы һәм ойоштороу һәләте беҙгә артабан эшләүгә көс-ҡеүәт, дәрт-дарман бирҙе, - тип һөйләне Зимфира Йосопова.

Класс етәкселеге өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр марафонында ҡатнашыусылар эстафетаны Төньяҡ-көнбайыш округына тапшырҙы. Класс етәкселәре һәм кураторҙарының киләһе күсмә сессиялары 25-26 мартта Санкт-Петербургта һәм 30 мартта Екатеринбургта үтәсәк.

Фотолар: Класс етәкселәре форумы сайтынан.

Класс етәкселәре кәңәш ҡорҙо
Класс етәкселәре кәңәш ҡорҙо
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: