Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Март 2023, 16:17

Тормошо – бәҫле, хеҙмәте – хөрмәтле

Уның дәрестәрен байрам ише көтөп алалар.

Ғүмер тигәнеңде юҡҡа ғына аҡҡан һыу менән тиңләмәй халыҡ – ысынлап та, йүгерек йылғалай ҡайҙалыр ҡабаланып, шаршыһында шаштырып, сөмбәйендә батырып, тоноғонда тымдырып, күҙ асып йомған арала үтә лә китә икән ул. Хәйер, кемдән генә үтмәгән һуң ул ғүмер, кем әйтмешләй, тыуымдан ҡалмағанды үлемдән дә ҡалып булмай, әммә нисек, ни рәүешле үткәреүҙә бит уны төп ғиллә.

Мәҡәләм геройының иһә ғүмер юлын һис тә үкенерлек тип әйтер­лек түгел. Йәшәлгән йылдары сылбыры артында һоҡланғыс эштәре, матур ғәмәлдәре яҡты шәмдәлдәй балҡып, нурына сорнап, йылылығы менән тартып тора. 25 йыл ғүмерен мәғарифҡа – киләсәкте бәпләп тәрбиәләүгә, йәш быуынға төплө ғилем биреүгә арнаған Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы Яҡшығолова хаҡында әйтер һүҙем.

Исеме есеменән – яҡшылығын алға ҡуйып, изге ниәттәр ҡылып, яҡшы эштәр башҡарғанға ла, үҙенең эргә-тирәһендәгеләргә гел матур мөғәмәлә күрһәткәнгә лә Раббыһынан тәғәйен өлөшө мул, бәхете бөтөн уның. Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы кескәй саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана – иптәштәре менән мәктәп “ойоштороп” уйнарға ярата.

Әбйәлил районының Мәйгәште ауылындағы башланғыс класҡа уҡырға барғас, бәләкәйҙән күңел түренә оялаған хыялы  тағы ҙурая һәм нығына. Артабан уҡыуға сос, зирәк ҡыҙға Белореттағы мәктәп-интернатта белем алырға тура килә. 1979 йылда БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә.

Студент булыу бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатындағылай тойоп йөрөгән ҡыҙҙы яҙмыштың сираттағы өлөш-һынауы ергә һеңгәҙәтә һуғып төшөрә – уға баш ҡаланың данлыҡлы вузында уҡыуҙы ғаилә сәбәптәре буйынса кисектереп торорға тура килә.

Тәҡдир тигәнең барыбер үҙ йырҙаһынан ағыҙа бит ул һәр йылғаны – Өфө китапхана техникумында уҡып, сәнғәткә хеҙмәт итеү бурысы ла көтөп тора Гөлсәсәкте. Әммә бала саҡ хыялынан дүндерер, күңелеңде һалмаған эшкә күндерер көс булмай сыға – барыбер үҙенең яратҡан вузына – БДУ-ның филология факультетына алып бара уны яҙмышы.

Нәҡ ошо юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә танышып, таныштан – белешкә, белештән әхирәткә әйләнеп киттек. Артабан инде Гөлсәсәктең уҡытыусылыҡ тормошо күҙ алдымда үтте тиерлек: тиҫтә йылдар дауамында Нефте­камалағы әхирәтемдең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр кон­курсында, йыл һайын ойош­торолған төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа, уҡытыусыларҙың семинар-кәңәш­мәләрендә, “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында ал бирмәй ҡатнашыуын, яңынан-яңы үрҙәр яулауын ҡыҙыҡһынып та, ғорурланып та күҙәтә киләм.

Гөлсәсәк Яҡшығолованың уңыштарҙан башы әйләнмәне, ул һаман камиллашыу өҫтөндә эшләне, яңы осоштарға ҡанат нығытты, киләсәккә ышаныс менән атланы. Тырыш хеҙмәте уны лайыҡ баҫҡыстар буйлап күтәрҙе: тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһынан туған телдәр буйынса директор урынбаҫары булып китте, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы булып танылды. Хоҙай биргән уҡытыу­сылыҡ таланты һәр дәресендә яңылыҡтар ҡулланырға әйҙәне, тапалған алымдарҙан өр-яңыларына күсеүгә булышлыҡ итте. Һүҙ бәҫен, һүҙ ҡеүәһен белгән остаздың һәр дәресе уҡыусылар өсөн көтөп алынған күңел байрамы ине.

Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы өсөн еңел-елпе эшләү, нимәгәлер “минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе” тип тотоноу ят. Ул һәр баш­ланғысҡа айырым бер ныҡыш­малылыҡ, етдилек, еңеүенә ышаныс менән тотона һәм алдына алған бурыстарҙы бер нәмәгә ҡарамай йырып сыға. Ошо һыҙаты уны ысын педагог итә лә инде.

Тәүҙә – үҙенә, артабан башҡа­ларға талапсан остаз йәш быуын уҡытыусыларына һәр ваҡыт иң ҡуя, бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, ҡыйышты төҙәтә, кәм­де бөтәйтә белә. Уның эргәһендә эшләүе ышаныслы, тыныс. Белгә­нен өйрәтер, булғаны менән бү­лешер, кеше шатлығына ҡыуаныр, уңышына һөйөнөр заттан ул.

Һәр саҡ ыҫпай кейенгән, етдилектең үҙе булған, аҡыллы һүҙҙәрен әйтеп эшкә, уңыштарға дәртләндергән остаз янында йәштәр ҙә таяулы, аяулы.

Кешенең кем булырын бер ҡараштан һынау һәләтен Гөлсәсәк ханым әле Әбйәлилдә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәнендә үк күрһәтә – мейескә ут яғыусы (кочегар) булып эшләгән моңло егеттә ысын талант эйәһен күреп, тиҙ арала документтарын төйнәп, уны артислыҡҡа уҡырға китергә күндерә. Улай ғына түгел, Өфөгә иптәш булып бара, имтихандар ваҡытында терәк була.  Талантлы егет артабан  Өфө, Ҡазан сәхнәләрен яулап, ҙур кеше булып китә. Юлында Гөлсәсәк ише кеше осрамаһа, бәлки, моң яратыусылар Радик Вәлмөхәмәтов атлы йырсы барын да белмәҫ ине... Был бер генә осраҡ түгел: Гөлсәсәк ханым – күп уҡыусы­ларына матур кәңәштәре менән дөрөҫ аҙым һайларға ярҙам иткән кеше. Нефтекамалағы бер уҡыусыһы остазы ярҙамында шәжәрәһен өйрәнеп, иртә баҡыйлыҡҡа күскән атаһының үҙ тамырҙарын белмәй китеүен өҙгөләнеп хәтерләй.

Бер кешегә төрлө яҡлап бирһә бирә бит талантты – Гөлсәсәк ханым, белемле,  мәғлүмәтле булыу менән бергә, тарихты, бигерәк тә үҙ халҡының тарихын тәрән белеүсе шәхес. Уға төрлө тәржемә эштәре, сценарийҙар яҙыуҙа ярҙам һорап, теге-был тарихты асыҡлау буйынса ла мөрәжәғәт итәләр.

Яңыраҡ Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙы үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Үҙ эшенә мөкиб­бән бирелгән педагог, тәжрибәле өлкән уҡытыусы, быуын-быуын уҡытыусыларҙың остазы, ғөмүмән, бәхетле һәм балаларым тип өҙө­лөп торған әсәй, ейән-ейәнсәр­ҙәренә яратҡан өләсәй, ихтирамлы ҡәйнә, абруйлы шәхес һәм өлөшлө бәндә Гөлсәсәк ханым ғүмер артылышының был түбәһен дә яҙмыш һандалында сүкелгән үҙенә тәғәйен тос бәхетен фәҡәт тәбиғи тырышлығы, Хоҙайҙан насип булмышы, ныҡышмалылығы, салт аҡылы, кешеләргә ҡарата ихлас мөғәмәләһе, хеҙмәттә күр­һәткән фиҙакәрлеге, булдыҡ­лылығы менән бәҫләндерә.  Ошонан яҙҙырмаһын уны.

- Альбина ӨМӨТБАЕВА
Йылайыр районы

Читайте нас: