Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2023, 11:00

Әмир Моратов иҫтәлегенә...

Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл мәҙәниәт йортонда һалдат, уҡытыусы, остаз, журналист-әҙип Әмир Фәттәх улы Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғыр һәм йыр бәйгеһе ойошторолдо

Әмир Моратов иҫтәлегенә...
Әмир Моратов иҫтәлегенә...

Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә, Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл мәҙәниәт йортонда һалдат, уҡытыусы, остаз, журналист-әҙип Әмир Фәттәх улы Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғыр һәм йыр бәйгеһе үтте.

Сараның тәүге өлөшөндә бәйгелә ҡатнашыусылар, шәхестең ғәзиз балалары, туғандары һәм килгән ҡунаҡтар Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбенә "Таҡтаташ - хәтер билдәһе" тип аталған йыйынға йыйылды. Әмир Моратовҡа арналған таҡтаташ эргәһендә уҡыусылар күңелдәрҙе тетрәтерлек шиғырҙарын ятланы. Уҡытыусы-остаздың коллегалары, Ҡашҡар мәктәбе уҡытыусылары, "Тыуған ер" шиғырын һөйләп, әҙиптең тормош юлына байҡау яһаны. Остаз-уҡытыусыны бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып, таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Артабан ҡунаҡтар Әмир Моратовҡа арналған бай мәғлүмәтле мәктәп музейына сәйәхәт ҡылды. Уның тормош юлы, эшмәкәрлеге һәм шәжәрәһе менән таныштылар. Хөрмәтле ҡунаҡтар, мәктәп ашханаһында әҙерләнгән ҡайнар сәйҙән, татлы ризыҡтан ауыҙ иткәндән һуң, ауыл мәҙәниәт йортона шиғыр һәм йыр бәйгеһендә ҡатнашты. Шиғырҙарҙы оҫта һөйләгән, сәсән телле уҡыусыларҙың ҡатнашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәне. Ҡашҡар ауылының Әмир Моратов урамында йәшәүсе уҡыусылар ҙур ғорурлыҡ менән сәхнә түрен биҙәне. Әмир олатаһының яҡты иҫтәлектәрен һаҡлаған, уның ижадына оло хөрмәт менән ҡараған мәктәп етәксеһенә, коллективына, уҡыусыларына Зилә Хәмит ҡыҙы Моратова иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. 

Сарала шағирҙың улы Венер һәм ейәне Ғәйсәр Моратовтарҙы ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы.

Фото, видео һәм сығанаҡ: Ҡашҡар төп белем биреү мәктәбе төркөмөнән.

Әмир Моратов иҫтәлегенә...
Әмир Моратов иҫтәлегенә...
Әмир Моратов иҫтәлегенә...
Әмир Моратов иҫтәлегенә...
Әмир Моратов иҫтәлегенә...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: