Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2023, 20:30

Улар яҙған гимнды Рәсәйҙә башҡарасаҡтар

Был конкурста ҡатаншыу өсөн 200-ҙән ашыу ғариза бирелгән

Улар яҙған гимнды Рәсәйҙә башҡарасаҡтар
Улар яҙған гимнды Рәсәйҙә башҡарасаҡтар

Учалы тау сәнәғәте колледжы Бөтә Рәсәй урта һөнәри белем биреү гимнын булдырыу конкурсында һәм “Профессионалитет” федераль проектын төҙөүҙә еңеүсе булды!

Конкурста ҡатнашыу өсөн “Профессионалитет” проектының мәғәнәүи йөкмәткеһен сағылдырған аудиокомпозиция бирергә кәрәк була. Конкурсты ойоштороусы булып Һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институты сығыш яһаған. Конкурста ҡатнашыу өсөн илдең мәғариф-етештереү кластерҙары 200-ҙән ашыу ғариза биргән.

Конкурсты ойоштороу комитеты кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының Учалы тау сәнәғәте колледжы еңеүсе тип танылған. Шулай итеп, колледж Рәсәй урта профессиональ белем биреү системаһының тарихта беренсе рәсми гимны авторы булды. Гимндың һүҙҙәре һәм музыкаһы авторҙары - Денис Һәм Миләүшә Зариповтар, аранжировкаһын Айҙар Хәмзин эшләгән, йырҙы Вадим Моратшин башҡарған.

Гимнды төҙөүҙә колледж студенттары һәм уҡытыусылары, "Профессионалитет" проектының төп әүҙем эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан. Колледждың стратегик партнеры - "Учалы тау байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте ҙур ярҙам күрһәткән. Хәҙер Башҡортостан Республикаһында ижад ителгән гимнды бөтә ил колледждары студенттары башҡарасаҡ.

Фото: vk.com/ukgp_uchaly

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: